Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМПЬЮТЕР

Просмотров: 1969

КОМПЬЮТЕР (ингл. сomputer, лат. сomputо — һанайым, иҫәпләйем), электрон хисаплау машинаһы, мәғлүмәтте алыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн автоматик ҡоролма. Программалау һәм техник саралар комплексы. Процессорҙан, мәғлүмәтте индереү (клавиатура, коммуникация порты һ.б.) һәм сығарыу (дисплей, принтер һ.б.), мәғлүмәтте һаҡлау өсөн хәтерләү (“ҡаты” магнит дискы, һығылмалы дискеталар, оптик дискылар һ.б.) ҡоролмаларынан тора. Универсаль, проблема йүнәлешле һәм махсуслаштырылған К.; үлсәмдәре һәм файҙаланыу үҙенсәлектәре б‑са — үҙ аллы, керетеп эшләнгән, кеҫә, күсереп йөрөтмәле, персональ, стационар һ.б.; етештереүсәнлеге б‑са — микро, мини, супер һ.б. була. Тәүге К. алфавит‑цифрлы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән, хәҙ. К. төп функцияһы — идара итеү. К. матем. һәм иҡт.‑статистик мәсьәләләрҙе, етештереүҙе планлаштырыу һәм идара итеү мәсьәләләрен һ.б. хәл итеү өсөн ҡулланыла. 1985 й. С.М.Киров ис. ПБ‑ның (ҡара: “БЭТО”) махсуслаштырылған “Искра” КБ‑нда персональ К. тәүге варианты эшләнә (уҡыусының автоматлаштырылған эш урыны — АРМ ШК “Башкирия” тип аталған) һәм етештереүгә әҙерләнә, унда электән әҙер булған АТС операторының оператив элемтә пульты файҙаланыла. К. символлы видеорежим, индереү‑сығарыу системаһы, “Бейсик” программалау системаһы ингән, габарит үлсәмдәре һәм энергия тотоноуы ҙур булған. 1986 й. С.А.Соколов етәкс. график видеорежимы, тауыш динамигы булған, индереү‑сығарыу системаһына “монитор” программаһы өҫтәлеп камиллаштырылған АРМ ШК “Башкирия‑М” тәжрибә өлгөһө (клавиатура һәм ток сығанағы блогы м‑н бер корпуста урынлаштырылған, радиоэлементтары тығыҙ итеп йыйылған бер платалы конструкция) уйлап табылған һәм яһалған. 1988 й. К. йүнәлеш биреүсе партияһы (30 дана) сығарылған, уларҙың тәүге 15‑е, мөмкинлектәрен тикшереү һәм камиллаштырыу өсөн, БДПИ‑ның уҡытыу-методика класында урынлаштырылған. Был К. өсөн компьютер клубында (3‑сө Өфө мәктәбе) А.А.Алдошин етәкс. системалы программа м‑н тәьмин итеү, текст, графика, муз. редакторҙары, логик уйындар ябайлаштырылған һәм яңынан эшләнгән. 1990 й. шунда уҡ процессорының разрядлығы 8 бит, оператив хәтер күләме 58 Кбайтҡа тиклем, процессорының такт йышлығы 2,0 МГц, экранының һүрәтләү һәләте 320×256 нөктә һәм тамға һыйҙырышлығы 40×25 символ булған К. күпләп сығарыла башлай; К. “Электроника МС‑6105” видеомониторы, СМ‑6337 принтеры (“Оргтехника” Өфө ПБ‑нда сығарылған) м‑н комплектланған, мәктәптәге информатика курсын һәм программалауҙы уҡытыу өсөн программалар пакеты м‑н тәьмин ителгән. 1992 й. тиклем етештерелгән. 1988 й. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә “Фобос БК‑01” көнкүреш персональ К. (процессор платаһы, клавиатура блогы, корпус) эшләнә һәм 1989 й. етештерелә башлай, ул информатика һәм иҫәпләү техникаһы нигеҙҙәрен өйрәтеү, “Бейсик” телендә программалау, мәғлүмәтте эшкәртеү һәм һаҡлау, фәнни‑техник һәм инженер иҫәпләүҙәр, көнкүреш маҡсатта файҙаланыу, ҡыҙыҡлы логик уйындар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. К. габарит үлсәмдәре 380×175×60 мм, ауырлығы 2 кг артмаған, процессорының разрядлығы 8 бит, хәтер күләме 48 Кбайтҡа тиклем, процессорының такт йышлығы 3,5 МГц, экрандың һүрәтләү һәләте 258×182 нөктә, экрандың тамға һыйҙырышлығы 32×24 символ булған. К. пр‑тиеларҙа сериялы етештерелгән деталдәр (ш. уҡ “Ағиҙел” магнитофонында ҡулланылған), СМ‑7224 дисплейы файҙаланыла. 1994 й. тиклем сығарылған.

В.Р.Лоҡманов, Н.Н.Хәйруллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019