Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОН ХИСАПЛАУ МАШИНАҺЫ

Просмотров: 1688

ЭЛЕКТРОН ХИСАПЛАУ МАШИНАҺЫ, иҫәп‑хисап башҡарыу, мәғлүмәтте эшкәртеү, автоматлаштырылған идара итеү һ.б. өсөн ҡоролма; компьютер. Тиҙ эшләүе, мәғлүмәт һыйҙырышлығы, идара итеү һәм мәғлүмәт эшкәртеү ысулдары һ.б. м‑н айырыла. Эшләү принцибы б‑са аналоглы (мәғлүмәт өҙлөкһөҙ үҙгәреп торған үҙгәреүсәндәр рәүешендә), цифрлы (үҙгәреүсәндәрҙең дискрет ҡиммәттәре рәүешендә) Э.х.м. һәм гибрид хисаплау комплекстары (аналоглы һәм цифрлы мәғлүмәт берләштерелә); элементтарының базаһы б‑са — 1‑се (электрон лампалар), 2‑се (ярымүткәргес приборҙар), 3‑сө (бәләкәй интеграль схемалар), 4‑се (ҙур интеграль схемалар), 5‑се (нейрон биол. системалар архитектураһын мо­делләштергән микропроцессорҙар) быуын һ.б. айырыла. Мәсьәләнең сиселешен тасуирлау өсөн программалау теле ҡулланыла.

Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. Өфө приборҙар эшләү з‑дында (ҡара: Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе) — аналоглы Э.х.м. (ЭМУ‑8, ЭМУ‑10, Аналог‑1 һ.б.); 70— 80‑се йй. 100‑гә яҡын төрҙәге төрлө тәғәйенләнештәге цифрлы борт иҫәпләү машиналары (ш. иҫ. “Орбита” серияһы) һәм “Русалка” гибрид иҫәпләү комплексын сығарыу башлана. 1965 й. “Молния” ҒПП‑нда СССР‑ҙа тәүге ЦИМ‑1 электрон цифрлы интеграциялау машинаһы (В.Ф. Гражданкин етәкс.); 1985 й. — Ан‑70, Ил‑114, МиГ‑29К, Ту‑334 самолёттары һәм ракета техникаһы өсөн индереп эшләнгән “Молния‑Д” микро Э.х.м. (А.Н.Дегтярёв, Е.В.Распопов) уйлап табыла һәм эшләнә. 80‑се йй. ӨАПБ‑ла махсус тәғәйенләнештәге БЦВМ‑701 Э.х.м. сығарыла; “Молния‑Д” комплектацияһы өсөн МД‑1 магдино статорҙары, Ил‑114 самолёттары өсөн ИСУ‑32 иҫәпләү ҡоролмалары уйлап сығарыла һәм етештерелә.

2007 й. ӨДАТУ‑ла суперкомпьютер эшләнә [226 IBM блейд‑серверы, Intel Quad Xeon 5300 процессоры бар, юғары етештереүсәнлеге 19,8 TFloр, LINPACK тесындағы етештереүсәнлеге 15,3 TFlop, БДБ кластер системаларының ТОР 50 рейтингында 18‑се урынды биләй (2011)].

С.А.Лавров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019