Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОНТАКТЛЫ ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ

Просмотров: 870

КОНТАКТЛЫ ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ, деталдәр араһындағы контакт урынын электр тогы бүлеп сығарған йылылыҡ м‑н ҡыҫҡа ваҡыт иреткәндән һуң ирегән металл зонаһын ҡыҫып, һыуынған саҡта иреп тоташҡан урында ядро барлыҡҡа килтереп, металдарҙы ныҡ итеп тоташтырыу. К.и.й. төрлө типтағы контакт машиналары м‑н йәбештерелә торған урынға электр тогын (көсө 100 кА тиклем) еткерә һәм бер үк ваҡытта деталдәрҙе ҡыҫа торған иретеү электродтарын (улар электр һәм йылы үткәреүсәнлектәре юғары булған баҡыр иретмәләрҙән яһала) файҙаланып башҡарыла. Йәбештереүҙең төрө б‑са ыҡсым, рельефлы, йөйлө К.и.й. бүләләр. Деталдәрҙе йылытыу ысулына ҡарап ҡаршылыҡлы һәм өҫтөн иретеп К.и.й. айыралар. Юғары баҫым аҫтында файҙаланылған торбаларҙы, резервуарҙарҙы, металл конструкцияларҙы һ.б. тоташтырыу өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. ӨДАТУ‑ла (В.М.Бычков, В.Н.Тефанов һ.б.) ыҡсым һәм йөйлө К.и.й. машиналарын яңыртыу, модернизациялау өсөн йәбештереү циклына һәм электродтарҙың торошона идара итеү көйләгестәре уйлап сығарыла. 2000 йй. иретеп йәбештереү каф. хеҙм‑рҙәре “De‑Hopa” фирмаһының (Италия) БР пр‑тиеларында файҙаланылған электролизёрҙарҙың анодтарын сығарыу өсөн тәғәйенләнгән К.и.й. машиналарына тергеҙеү ремонты үткәрә һәм уларҙы модернизациялай; “Искра” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһы м‑н берлектә ыҡсым һәм йөйлө К.и.й. өсөн микропроцессорлы контроллер уйлап сығарыла һәм авиадвигателдәр төҙөү пр‑тиеһында (Һиндостан) индерелә.

В.В.Атрощенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: