Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович

Просмотров: 1454

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович (7.9.1818, Мәскәү губ. — 2.1.1886, Ырымбур ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Лазарев шәреҡ телдәре ин‑тын (Мәскәү), Париж консерваторияһын тамамлаған. 1837 й. алып Мәскәү, Тверь һәм Новгород губ., 1858 й. — Ырымбур губернаһының, 1865—77 йй. һәм 1880 й. башлап Өфө губернаһының (Өфө губерна статистика комитеты китапханасыһы), 1877—79 йй. Минск губ. төрлө учреждениелары хеҙмәткәре. 1855—58 йй. 10‑сы һәм 2‑се Ырымбур сик буйы батальондарында хеҙмәт итә. Ырымбур крайындабашҡорт, ҡаҙаҡ, урыҫ һ.б. халыҡтарҙың археологияһы, тарихы, этнографияһы һәм фольклоры б‑са материалдар йыя. Тау заводтары, ҡалалар төҙөүҙе, төбәккә халыҡтың күсеп ултырыу, Ырымбур экспедицияһы (1734—44), башҡорт ихтилалдары (1735—40), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) тарихын, И.К.Кирилов, В.Н.Татищев, В.А.Урусов, П.И.Рычков, Миңлеғол Юлаев (ҡара: Ҡараһаҡал), Салауат Юлаевтың һ.б. эшмәкәрлеген өйрәнеү м‑н шөғөлләнә. И. тарафынан Ырымбур һәм Өфө губ. археологик картаһы төҙөлә, Бөрө ҡаласығы, Ҡара Абыҙ ҡаласығы һәм Өфө (Шайтан) ҡаласығы өйрәнелә, ш. уҡ Өфөлә мосолман зыяратындағы, Мейәс алтын приискылары дайсаларындағы һәм Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Буран а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны) янындағы ҡурғандарҙа ҡаҙыу эштәре үткәрелә. Өфө губ. музейын ойоштороуҙа ҡатнаша. И. “Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор” (“Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор”; 1893) хеҙмәте Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаевтың тормошона, баш күтәреү эшмәкәрлегенә, уларҙы тотоуға һәм ҡулға алыуға арналған, ш. уҡ хеҙмәткә Салауат шиғырҙарының прозала тәржемәһе индерелгән. 400‑гә яҡын (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 500) фәнни хеҙмәт авторы. Ҡазан ун‑ты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте, Рус география йәмғиәте ағзаһы.

Әҫәрҙ.: Сказания, сказки и песни, сохранившиеся в рукописях татарской письменности и в устных пересказах у инородцев-магометан Оренбургского края //Записки Оренбургского отдела Императорского Русского географического общества. Оренбург, 1875. Вып. 3; Памятники доисторических древностей Уфимской губернии //Справочная книжка Уфимской губернии. Уфа, 1883; Городища и курганы Оренбургской губернии //Известия Археологической комиссии. СПб., 1903. Вып. 5.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: