Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Файыҡ Тимерйән улы

Просмотров: 1160

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Файыҡ Тимерйән улы [10.3.1921, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Оло Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 2.6.2009, Өфө], шағир, журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1982) ағзаһы. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1947 й. алып илдең төрлө пр‑тиеларында эшләй. 1954—81 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. (1956— 58 йй. һәм 1960 й. алып бүлек мөдире) хеҙм‑ре. “Оҫта малай” исемле тәүге китабы 1960 й. сыға. “Күңел көҙгөһө” (1972), “Әсәйемдең ҡулдары” (1981), “Көҙҙәремдең бағам күҙенә” (1991) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылының мәҙәниәт йортонда М. музейы асылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Яратҡан ғәҙәт: шиғырҙар. Өфө, 1988; Ер өндәшә: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2001; Тыуған яғым йылыһы: шиғырҙар. Өфө, 2006. 

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: