Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАГНИБЕДА Микола

Просмотров: 1187

НАГНИБЕДА Микола (Николай Львович; 7.9.1911, Екатеринослав губ. Поповка а. — 16.9.1985, Киев), шағир. “Днепр яҙы” (“Днепровская весна”; 1932), “Мәңгелек туғанлыҡ тураһында һүҙ” (“Слово о вечном братстве”; 1954), “Киске усаҡтар” (“Вечерние костры”; 1965, бөтәһе лә — украин телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Н. шиғриәте совет халҡының хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтары романтикаһы м‑н һуғарылған. 1969 й. Башҡортостанға килә, тәьҫораттары “Өфөгә хат” (“Письмо в Уфу”), “Башҡортостан йылғалары” (“Реки Башкирии”; икеһе лә — украин телендә) шиғырҙарында сағыла. Әҫәрҙәре Р.Т.Бикбаев, Ғ.Й.Рамаҙанов, Р.Шаммас, С.Әлибай тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. М.Кәрим әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. Сталин пр. (1952), Украина ССР‑ының Дәүләт пр. (1970) лауреаты. 

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: