Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАР Хәсән Мөҙәрис улы

Просмотров: 1696

НАЗАР (Назаров) Хәсән Мөҙәрис улы (15.1.1942, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Мәмбәтша а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2017). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1975). 1966 й. алып “Таң” гәз. бүлек мөдире, 1968—2001 йй. (өҙөклөк м‑н) “Ағиҙел” ж. (1995 й. — бүлек мөдире), 1971—2007 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре, 1974—77 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты мөхәррире, 1987 й. алып “Башҡортостан пионеры” гәз. бүлек мөдире, 1990—92 йй. “Йәшлек” гәз. яуаплы секретары, 1994—95 йй. баш мөхәррир урынбаҫары. “Бөркөттәр төйәге” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1971 й. сыға. Н. ижадына милли колорит, ассоциатив образлылыҡ хас. “Шоңҡар сөйәм” (1992), “Заман заңы” (1995) китаптарына ингән әҫәрҙәрендә шағир милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге, хәҙ. замандың әхлаҡи мәсьәләләре т‑да уйлана. А.А.Блок, Р.Ғ.Ғамзатов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә итә. Башҡорт драма театрында Н. башҡ. теленә тәржемәһендә Лопе де Веганың “Әкәмәтле һөйөү” пьесаһы ҡуйыла. Шиғырҙары урыҫ, татар, төрөк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2000), Р.Ғарипов, З.Биишева ис. пр. (икеһе лә — 2007)  лауреаты.

Әҫәрҙ.: Асманға ашыу: шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 2000; Ғүмер һәм дәүер: шиғырҙар. Өфө, 2008.

Әҙәб.: Бикбаев Р. Шағир һүҙе — шағир намыҫы. Өфө, 1997.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: