Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОНИКС

Просмотров: 978

ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың сиратлашыуынан ғибәрәт, карнеол‑оникс — ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙар сиратлаша. 2) Мәрмәр О. — йәшкелт, һарғылт һәм алһыу төҫтәге кальцит йәки арагонит ҡатлауы булған һарҡым сығышлы ултырма тау тоҡомо. Сиратлашыуы тура һыҙыҡлы, тулҡынлы йәки концентрик. Төҙөлөшө бер төрлө, таплы, йоҡа ҡатламлы. Карст мәмерйәләрендә һәм термаль һыу сығанаҡтарында углекислоталы һыуҙарҙан ултыра. Биҙәү ташы, һирәгерәк зәргәр‑биҙәү һәм йөҙләү ташы булараҡ ҡулланыла. БР‑ҙа карст мәмерйәләрендәге карбонат тоҡомдарында күҙәтелә.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019