Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘЗИРОВ Марис Нәзиф улы

Просмотров: 1086

НӘЗИРОВ Марис Нәзиф улы (4.8. 1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡара Көсөк а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрнәк а., – 3.2.2013, Өфө, БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. ерләнгән), шағир. Журналистар союзы (1970), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2004). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1972). 1967 й. алып респ. киң мәғлүмәт сараларында: 1973—93 йй. “Ҡыҙыл таң” гәз., 1995—99 йй. “Тулпар” ж. (яуаплы секретарь, 1997 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары), 1967—1968 йй. һәм 2002 й. алып (баш мөхәррир) “Игенче” гәз., бер үк ваҡытта 2002 й. — “Саҡмағош сатҡылары” гәз. (баш мөхәррир) һәм 2004—09 йй. БР‑ҙың «“Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ында (директор) эшләй. 2012 й. алып БР Яҙыусылар союзы идараһында татар әҙәбиәте мәсьәләләре б‑са рәйес урынбаҫары, татар телле яҙыусылар берекмәһенең етәксеһе. “Саҡматаш” исемле тәүге китабы 1982 й. сыға. “Йәнә уттарға керәм” (1994), “Бәрәкәтле ерем – Саҡмағошом” (2000), “Йылдар ҡары” (2002; бөтәһе лә — татар телендә) шиғри йыйынтыҡтары авторы. Әҫәрҙәре сыуаш, төрөк, урыҫ, инглиз, немец телдәренә тәржемә ителгән. Н. шиғырҙарына Н.Ә.Дауытов, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. йырҙар ижад иткән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: