НАСЕДКИН Василий Федорович
НАСЕДКИН Василий Фёдорович (1.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Веровка а. — 15.3.1938, Мәскәү), шағир. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. МДУ‑ла (1913—14), А.Л.Шанявский ис. Мәскәү ҡала халыҡ ун‑тында (1914—15), Юғары әҙәби-художество ин‑тында (1923—25) уҡыған. 30‑сы йй. Мәскәүҙә “Колхозник” (“Колхозсы”) ж. эшләй. Н. шиғриәтендә С.А.Есениндың йоғонтоһо һиҙелә, шағир уның м‑н дуҫтарса һәм туғандарса (Есениндың бер туған апаһына өйләнә) мөнәсәбәттә була. Шағирҙың йылылыҡ, лирика, тормошто һөйөү м-н һуғарылған шиғырҙарында тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығына дан йырлана, яратҡан пейзаждарына ауылда үткәргән бала саҡ хәтирәләре өҫтәлә. “Йылы һөйләшеү” (“Тёплый говор”; 1927), “Ялан еле” (“Ветер с поля”; 1931) шиғри йыйынтыҡтар, “Дөрөҫ юлда” (“На верном пути”), “Сәйет Рафиҡ” (“Сеид Рафик”; икеһе лә — 1927) хикәйәләре, “Есениндың һуңғы йылы” (“Последний год Есенина”; 1926) хәтирәләр китабы авторы. Репрессиялана (атыла), 1956 й. аҡлана.
Ә ҫ ә р ҙ.: Избранные стихи. М., 1960; Ветер с поля: стихи, воспоминания о Есенине. Уфа, 1978.
Тәрж. М.В.Хәкимова