Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНАЧЁВ Хәбиб Минас улы

Просмотров: 853


МИНАЧЁВ Хабиб Миначевич улы (24.12.1908, Ҡазан губернаһы Яңы Бикшек а. — 25.3.2002, Мәскәү ҡ.), химик‑органик. СССР ФА академигы (1979), ГДР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1983), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1954), профессор (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1939) РФА‑ның Н.Д.Зелинский исемендәге Органик химия институтында эшләй (1963 й. алып лаборатория мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге углеводородтарҙың катализаторҙар, ш. иҫ. элементтарҙың периодик системаһының 8‑се төркөм металдары нигеҙендәге катализаторҙар булғанда әүерелеүҙәре, цеолиттарҙы һәм ерҙә һирәк окиселдарҙы өйрәнеүгә бәйле. Уның тарафынан Бөтә союз нефть сәнәғәте ҒТИ менән берлектә Y цеолитын синтезлау ысулы һәм аллилацетатты пропиленды окиселлы ацетоксилирлау юлы менән алыуҙың каталитик ысулы тәҡдим ителгән, улар 1968 й. һәм 1976 й. Салауат нефтехимия комбинатында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелгән. Тиофенды С4—С5 углеводородтарын көкөртлө водород менән тәьҫир иттереп синтезлау өсөн (гетероцикллау реакцияһы) составына ерҙә һирәк элементтар ингән эффектлы алюмохромкалий катализаторы уйлап табылған, уның тәжрибә‑сәнәғәт партияһы синтетик каучук өсөн Мономерҙар ҒТИ‑нда (Ярославль ҡ.) һәм нефтехимия производстволары ҒТИ‑ның тәжрибә заводында пиперилендың көкөртлө водород менән тәьҫир итешкәндә 2‑метилтиофен алыу барышында үтә. “Нефтехимия” (1989—2000), “Химия твёрдого топлива” (“Ҡаты яғыулыҡ химияһы”; 1982—95) журналдарының баш мөхәррире. СССР Дәүләт премияһы (1977), Н.Д.Зелинский исемендәге премия (1972, 1987), СССР ФА һәм ГДР ФА премиялары (1983, 1989), А.Л.Баландин исемендәге премия (1992) лауреаты. Ленин (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975), “Почёт Билдәһе” (1967) ордендары менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Приготовление, активация и регенерация цеолитных катализаторов. М., 1971 (авторҙ.); Редкие земли в катализе. М., 1972 (авторҙ.); Окислительно‑восстановительный катализ на цеолитах. М., 1990 (авторҙ.). 

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Х.М.Минасов

 

 

У.М.Джемилев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022
Шәхестәр:
0