Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНАКОВ Юрий Борисович

Просмотров: 881

МОНАКОВ Юрий Борисович (7.8. 1942, Ташкент — 3.1.2011, Өфө), химик. РФА акад. (1997), БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), химия ф. д‑ры (1981), проф. (1984). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Ташкент текстиль ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй. 1968 й. алып Органик химия ин‑тында: 1973 й. лаб. мөдире, 1984 й. — бүлектең ғилми етәкс., бер үк ваҡытта 2000 й. алып БДУ‑ла (2007 й. тиклем физик химия һәм химик экология каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре диендарҙың ионлы‑координациялы полимерлашыуына һәм винил мономерҙарыныңкомплекслы‑радикаль полимерлашыуының юғары эффектив каталитик системаларын булдырыуға, әүҙем үҙәктәрҙең төҙөлөшөн, тәьҫир итеү механизмын һәм кинетик оҡшаш булмауын, норборнен структуралы мономерҙарҙың циклын асып полимерлашыуын, полимерлашыуға оҡшаш әүерелеүҙәр юлы м‑н поли‑ мерҙарҙың модификацияһын һәм төрлө тәбиғәтле мономерҙарҙың со‑ полимеризацияһын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан үҙенсәлектәре яҡшыртылған синтетик каучуктар сығарыуҙың экологик яҡтан хәүефһеҙ процестары, яңы катализаторҙар һәм сәнәғәт күләмендә синтетик гуттаперча етештереүҙең яңы ысулдары уйлап табыла; ацетилен, норборнен, дициклопентадиен, хлоропрен, фуллерен нигеҙендә үҙенсәлектәре һәм структураһы уникаль булған полимерҙар алына. 650‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 80 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2004), Коми Респ. Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге (2006), С.В.Лебедев ис. (1992) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Введение в физико‑химию растворов полимеров. М., 1978 (авторҙ.); Каталитическая полимеризация 1,3‑диенов. М., 1990 (авторҙ.); Active sites of polymerization. Multiplicity: stereospecific and kinetic heterogeneity. Leiden, 2005 (авторҙ.).

Әҙәб.: Российская академия наук: справочник 2006. Ч.1. М., 2006.

М.С.Юнысов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0