Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НӘҺЖӘЛ-ФӘРАДИС”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы

Просмотров: 1245

“НӘҺЖ ӘЛ-ФӘРАДИС” (“Ожмахҡа тура юл”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы. Әҫәр 1358 й. шағир Мәхмүт Ғәли тарафынан харәзм-төрки телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) яҙылған. Дини-дидактик характерҙағы сәсмә әҫәр. 10‑ар өлөшлө булған 4 бүлектән тора, уларҙың һәр береһе ғәрәп телендәге хәҙистән, уның төрки теленә тәржемәһенән һәм иллюстратив характерҙағы ҡыҫҡа хикәйәләрҙән (авторҙың үҙе тарафынан ижад ителгән йәки төрлө ғәрәп сығанаҡтарынан тәржемә ителгән) ғибәрәт. Инештә автор аңлатма биреп китә: кем дә кем Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең 40 хикмәтле һүҙен башҡаларға еткерә ала, шул кешегә ожмахҡа тура юл асыла. 1‑се бүлеге Мөхәммәттең тормошона һәм эштәренә, 2‑сеһе — пәйғәмбәрҙең беренсе хәлифтәренә һәм имамдарына, Мөхәммәттең зат-ырыуына һәм балаларына, 3‑сөһө — ислам ҡанундары б‑са изге һаналған эштәргә, 4‑сеһе кешеләрҙе Алланан ситләштергән кире эштәргә арналған. Мәхмүт Ғәлиҙең автографы табылмаған, фәнгә әҫәрҙең 10‑дан ашыу тулы һәм тулы булмаған күсермәһе билдәле. Башҡортостанда “Н.ә.‑ф.” бер нисә күсермәһе табылған, улар Ҡазан һәм С.‑Петербург архивтарында һаҡлана. Ғилми архивта И.Ф.Готвальд тарафынан Ҡазан ун‑тына тапшырылған күсермәнең фотокопияһы һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: