НЕЧАЕВ Евгений Павлович
НЕЧАЕВ Евгений Павлович [6.3. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Миәҙек а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 27.2.1999, Псков ҡ.], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тында уҡыған (1934—35). 1933 й. алып Борай р‑нының Яңы Киҙгән мәктәбендә уҡыта, 1935—36 йй. Мари АССР‑ы мәктәптәренең береһендә эшләй. 1954 й. башлап “Псковская правда” (“Псков хәҡиҡәте”) гәз., 1966—70 йй. Псков ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са ком‑ты хеҙм‑ре. “Көйгән ерҙә” (“На земле опалённой”; 1972), “Батареясылар” (“Батарейцы”; 1977) романдары, повесть һ .м хикәйәләр, балалар өсөн әҫәрҙәр авторы. Коллективлаштырыу осорондағы, Б.В. һуғышы йылдары һәм һуғыштан һуңғы тәүге ун йыллыҡтағы реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған “Метелиха тауы аҫтында” (“Под горой Метелихой”; 1962) романында Башҡортостан ауылдарының береһендә йәшәгән өс быуындың яҙмышы күрһәтелгән. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Александр Невский (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.
Л.Е.Андреева
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов