Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИЗАМОВ Рәшит Зыяфетдин улы

Просмотров: 1375

НИЗАМОВ Рәшит Зыяфетдин улы (15.11.1935, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а. — 9.6.2018, Өфө), яҙыусы. БССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре, 1967 й. алып “Башҡортостан пионеры”, 1978 й. – “Совет Башҡортостаны” гәз. бүлек мөдире, 1983 й. — “Ваш собеседник ж. хеҙм‑ре, 1991 — 2012 йй. — БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. Шулай уҡ Рәшит Уңғар псевдонимы аҫтында баҫылған. “Ышаныс” исемле тәүге китабы 1971 й. сыға. Балалар өсөн яҙылған “Батырлыҡ дәресе” (1984), “Вәғәҙәң ант булһын” (1988), “Танып ҡыҙы” (2003) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары, “Тәңре Улының Шишмәһе” (1996), “Изге фарман” (2007) тарихи романдары авторы. “Ил яҙмышы, заман һулышы” китабын (2009) төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе. Ғ.Соҡорой ис. пр. лауреаты (2007).

Әҫәрҙ.: Һине көтә Йырлыбаш: хикәйәләр, әкиәт. Өфө, 1993; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2010—2012; Аманат ҡылысы: повестар. Өфө, 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: