Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы

Просмотров: 1357

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы [1884, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., – 18.4.1920, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Яманһары а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], драматург. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыған осорҙа революцияла (1905—07) ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына (1908—10 йй. төрмәлә ултыра). Революциянан (1917) һуң Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор булып эшләй. Н. драматургияһы 20 б. 1910—20 йй. башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш була. Яҙыусы башҡ. драматургияһына революцион тематика, киҫкен соц. конфликттар индерә. Берҙән-бер һаҡланып ҡалған әҫәре – “Көслөләр һәм көсһөҙҙәр (Брадәрән Ғәлимовтар)” драмаһы [һуңғы редакцияһы 1915 й. (Ғилми архивта һаҡлана)], әҫәрҙә бер ғаилә миҫалы аша кешеләрҙең буржуаз ысынбарлыҡ шарттарында етеш йәшәгәндәргә һәм ҡаты шарттарға яраҡлаша алмағандарға бүленеүе күрһәтелә. Драматургтың “Гөлбостан”, “Беренсе таң”, “Ҡараңғы төндәр” һ.б. пьесалар яҙғанлығы билдәле; “Ҡыҙыл истиҡбал өсөн көрәш” драмаһы автор тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителә (актриса Н.П.Анненкова-Бернар м‑н берлектә), был әҫәрҙәрҙең текстары табылмаған. Пьесалары 10‑сы йй. аҙ. – 20‑се йй. Башҡорт драма театрында, Ырымбур һәм Ҡазан ҡҡ. театрҙарында ҡуйыла. М.Горький, А.Н.Островский, А.П.Чеховтың соц. драмаларын башҡ. теленә тәржемә иткән.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2‑се кит. Проза. Драматургия. Өфө, 1984. 

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: