Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОСОРГИН Михаил Андреевич

Просмотров: 1384

ОСОРГИН (Ильин) Михаил Андреевич (7.10.1878, Пермь ҡ. – 27.11.1942, Шабри ҡ., Франция), яҙыусы. Өфө дворяндары Ильиндар нәҫеленән. 1906—16 йй. һәм 1922 й. алып эмиграцияла була. Революцияға тиклем һәм революциянан һуңғы Мәскәү тормошо т‑да “Сивцев вражек” (1928), эсер‑террорсыларҙың революциянан (1905—07) һуңғы эшмәкәрлеге т‑да “Тарих шаһиты” (“Свидетель истории”; 1932) романдары, “Апай тураһында повесть” (“Повесть о сестре”; 1931), “Бер ҡыҙ тураһында повесть” (“Повесть о некоей девице”; 1938) әҫәрҙәре, “Мин бәхетле булған ерҙә” (“Там, где был счастлив”; 1928), “Күл өҫтөндәге мөғжизә” (“Чудо на озере”; 1931), “Йәшел донъя ваҡиғалары” (“Происшествия зелёного мира”; 1938) һ.б. хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. 9 һәм 12 йәш булғанда атаһы м‑н Өфөгә килә; тәьҫораттары “Әсә портреты” (“Портрет матери”), “Атайым көндәлеге” (“Дневник отца”; икеһе лә – 1927), “Ер” (“Земля”; 1929) хикәйәләрендә һәм “Заманалар” (“Времена”; 1955) хәтирәләр китабында сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Ф ё д о р о в П.И. Возвращение // Живая память: краевед. сб. Уфа, 1997; Л о б а н о в а Г.И. “Маленький человек” в вихре истории: опыт анализа рома‑ нов М.Осоргина 1920—1930 гг. Уфа, 2008.

Тәрж. Ф.С.Фазылова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: