Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЧЕРК

Просмотров: 1110

ОЧЕРК, көнүҙәк соц. һәм рухи-әхлаҡи мәсьәләләргә ҡағылған художестволы‑публицистик жанр. Унда автор тарафынан систе‑ малы һәм типик яҡтан уйланылған, күберәк тормошта бер тапҡыр булған факттар һәм күренештәр художестволы һүрәтләнә. О. жанрының спецификаһы тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән. Документаль О. һәм художестволы О. айырып йөрөтәләр. Документаль О. (ғәҙәттә, публицистика жанры булараҡ ҡарала) йәмғиәт тормошо нисек бар, шулай итеп тасуирлана, өҫтәүенә авторҙың туранан-тура аңлатмалары йәки баһаһы бирелә; унда аналитик башланғыс асыҡ күренә. Художестволы О. (нәфис әҙәбиәт жанры) характерҙарҙы һәм тирә‑яҡты көнкүреш, әхлаҡи һүрәтләү аспекттарында, киң соц. бәйләнештәрҙә образлы һүрәтләү сараларын ҡулланып, ижади яҡтан типиклаштыра. Сағыштырмаса үҙаллылыҡты һаҡлап (ҡайһы ваҡыт улар араһындағы сиктәр саҡ‑саҡ ҡына айырылып тороуға ҡарамаҫтан), документаль һәм художестволы О. үҙ‑ара бер‑береһен тулыландырып һәм байытып тора. Тикшерелгән объектҡа ҡарап О. түбәндәге төрҙәрен айыралар: юл, ваҡиға, мәсьәлә, портрет, көндәлек яҙмалары, мемуарҙар, күңелдәген асыҡтан‑асыҡ һөйләгән О., публицистик монолог, О.‑программа, эссе О. һәм башҡалар. Башҡ. нәфис әҙәбиәтендә һәм публицистикаһында А.Х.Абдуллин, С.Агиш, С.М.Бәҙретдинов, Ә.Вәли, М.Т.Ғиләжев, А.Карнай, М.Ә.Ҡотлоғәлләмов, Ф.Ш.Латипова, К.Мәргән, Р.Х.Насиров, С.Ш.Поварисов, Р.Ә.Солтангәрәева, Т.Б.Сәғитов, Р.З.Хажиев, Ғ.Ғ.Шафиҡов, Р.Шәкүр, Д.Юлтый һ.б. ижадында О. урын алған. Башҡ. О. факттар һәм художестволы уйҙырмаларҙың нисбәте, сюжет‑композиция төҙөлөшө төрлө булған һүрәтләмәләрҙән алып ҡатмарлы очерк циклдарына тиклем әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала.

Әҙәб.: В а х и т о в Ә.Х. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары. Өфө, 2007; А м и р о в Р.К. На стремнине. Уфа, 1988.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: