Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛӘҮӘЛЕ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 870

ЛӘҮӘЛЕ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Тарҙау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 105; 1939 — 78; 1959 — 48; 1989 — 379; 2002 — 387; 2010 — 314 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Родники” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1879 й. Златоуст өйәҙе Дыуан улусы Монас а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө губернаһы, Пермь губернаһы һәм Вятка губернаһы крәҫтиәндәре Түб. Ләүәле ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 8 йортта 59 кеше йәшәгән. 1906 й. земство мәктәбе теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала. 20 б. 60‑сы йй. Үрге Ләүәле а. (1881 й. нигеҙ һалынған) м‑н ҡушылғандан һуң үҙ исемендә ҡалған. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ф.М.Горбунов, П.И.Поспелов ошо ауылда тыуған.

Х.Ғ.БайморатоваӘ.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019