Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЛИОРАЦИЯ

Просмотров: 1368

МЕЛИОРАЦИЯ (лат. мelioration — яҡшыртыу), ер ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыр өсөн уңайһыҙ гидрологик, тупраҡ һ.б. шарттарҙы тамырынан яҡшыртыу б‑са хужалыҡ ойоштороу алымдары һәм техник саралар комплексы. М. төрҙәре: гидромелиорация, химик М. (тупраҡҡа гипс индереү, тупраҡҡа эзбиз индереү, ҙур дозаларҙа органик һәм минераль ашламалар индереү һ.б.), агроурманмелиорация, культура‑техник эштәр (тупраҡты йырғыслау, ерҙәрҙе ағас‑ҡыуаҡтарҙан, таштарҙан таҙартыу һ.б.). М. төрөн һайлау терр‑яның тәбиғәт һәм хужалыҡ шарттарына бәйле. Башҡортостанда М. 20 б. башында үҫешә башлай. 1913 й. Өфө губерна земство идаралығы эргәһендә — гидротехник бүлек, 1921 й. Башҡ‑н Игенселек ХК эргәһендә а.х. М. б‑са бүлек (1926 й. алып ер төҙөлөшө, мелиорация һәм дәүләт ер милке идаралығы) ойошторола. 1934 й. идаралыҡ составына хужалыҡ иҫәбендәге “Мелиоводстрой” контораһы инә. 1941 й. ҡарай һуғарыулы ерҙәр майҙаны 10 мең га барып еткән (ҡара: Һуғарыулы игенселек). Гидромелиорация 60‑сы йй. тиклем М. төп төрө була, 60‑сы йй. 2‑се ярт. респ. культура‑техник эштәр һәм ерҙәрҙе яңыртыу үткәрелә. 2012 й. ҡарай респ. һуғарыулы ерҙәр майҙаны 35,7 мең га тәшкил иткән. Ауыл хужалығы ерҙәрендә культура‑техник эштәр йыл һайын 35— 40 мең га майҙанда уҙғарыла. Башҡортостандың Урал аръяғында Аҡъяр, Таналыҡ һыуһаҡлағыстары һ.б. төҙөлә. 2003 й. алып респ. М. эштәрен “Башмелиоводхоз” идаралығы ДУП‑ы (“Башводмелиорация” ДУП‑ы базаһында ойошторолған) башҡара. Ерҙәрҙе М. б‑са проект‑тикшеренеү эштәрен “Башгипроводхоз” үткәрә. М. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта һәм Биология институтында алып барыла.

Әҙәб.: Х а з и е в Ф.Х., М у к а т а н о в А.Х. Рационально использовать осушенные земли. Уфа, 1985; 90 лет мелиорации земель в Республике Башкортостан: сб. материалов респ. науч.‑практ. конф. Уфа, 2004.

 

М.Ғ.Ишбулатов, А.В.Комиссаров, Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: