Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОУРМАНМЕЛИОРАЦИЯ

Просмотров: 1871

АГРОУРМАНМЕЛИОРАЦИЯ (агро..., урман һәм мелиорация), а.х. культураларын эшкәртеүҙә тупраҡтың гидрологик һәм агроклиматик шарттарын яҡшыртыу б‑са агрономик һәм урман хужалығы саралары системаһы. Ултыртылған ағастарҙың һаҡлағыс үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнә. Һаҡлағыс урман төрҙәре: яҫы һыу айырғыстарҙа һәм һөҙәк битләүҙәрҙә баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары; текә битләүҙәрҙә, йылға һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, һыҙалар һәм йырындар буйлап тупраҡ һаҡлағысурман һыҙаттарыһәмағастар; ҡомдарҙа һәм ҡомло тупраҡта, ҡыраслы һыу айырғыстарҙа, һырттарҙа, артылыштарҙа һаҡлағыс урмандар. А. микроклиматты яҡшырта (елдең иҫеү тиҙлеген яйлата, ер өҫтөнән һыуҙың ситкә ағыуын кәметә, тупраҡтың дымлылығын һәм һауаның ергә яҡын ҡатламдарының т‑раһын арттыра), ҡарҙың тигеҙ ятыуына булышлыҡ итә, ужым культураларының һәм емеш ағастарының ҡышлау шарттарына, ер аҫты һыуҙары режимына һ.б. ыңғай йоғонто яһай.

Башҡортостанда тәүге һаҡлағыс урман һыҙаттары 20 б. башында ултыртыла: 1905 й. Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән а. (хәҙ. Дәүләкән ҡ.) янында — шыршы, 1914 й. ш. уҡ өйәҙҙең Ҡандра‑Әмин а. (хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑нының Ҡандра а.) янында текә битләүҙәргә — ҡарағай урман һыҙаттары. 1932—40 йй. Башҡ‑н баҫыусылыҡ фәнни‑тикшеренеү һәм Шишмә дәүләт тәж. станциялары хеҙм‑рҙәре Өфө тәж. баҫыуында (ҡара: Ауыл хужалығы институты) һаҡлағыс урман ултырта. 50—60‑сы йй. А. Башҡортостандың Урал алдында алып барыла. 70—90‑сы йй. Баймаҡ, Бүздәк, Туймазы р‑ндарында битләүҙәрҙе ағас ултыртып киртләсләндереү һәм эрозияланған урындарға тотош ағас ултыртыу башҡарыла. Респ. бөтә тәбиғәт зоналары өсөн һаҡлағыс урман төрҙәре билдәләнә, улар өсөн ҡулайлы шарттар һәм ултыртыу урындары асыҡлана, ағас ултыртылған баҫыуҙарҙа а.х. культураларын эшкәртеү үҙенсәлектәре асыҡлана; урман һыҙаттарының ауыл хужалығы ерҙәренең уңыш биреүсәнлегенә йоғонтоһо өйрәнелә. 2010 й. ҡарата БР урмансылары 56,2 мең га баҫыу һаҡлағыс һыҙат, 54,0 мең га ерҙә йырындар буйлап ағас (ҡара: Ултыртылған йырын‑һыҙа ағастары) ултырта. Күп кенә хужалыҡтарҙа (Шишмә р‑ның “Закир‑Шишмә” АХП ЯСЙ, Өфө тәжрибә‑производство хужалығы һ.б.) тамамланған урман һаҡлағыс һыҙаттар системаһы бар. БР‑ҙа А. мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БНИИСХ‑ла (О.А.Сәхәүетдинова), Туймазы тәж.‑үрнәк урман хужалығында (И.С.Юлашев), Аграр университетта (М.Х.Абдулов, Ә.Ф.Хәйретдинов), Урман тәжрибә станцияһында (Ю.Ф.Косоуров) һ.б. үткәрелә.

Әҙәб.: Хайретдинов А.Ф. Рукотворные леса. Уфа, 1984.

Ә.М.Гәрәев, К.М.Ғәбдрәхимов, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019