Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘНЕҮ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 804

МӘНЕҮ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Мәҫәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 770 кеше; 1920 — 826; 1939 — 676; 1959 — 669; 1989 — 434; 2002 — 373; 2010 — 360 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1770 й. Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәнеү (суҡындырылғандан һуң Максим Филиппов) исеме м‑н аталған. 1795 й. 320 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 70 йортта 471 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.М.Никитин ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019