Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ

Просмотров: 1237

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ, ҡул хеҙмәтен машина һәм механизмдар м‑н алмаштырыу. А.х.м. — ауыл хужалығын интенсивлаштырыуҙың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. А.х.м. хас төп күрһәткестәр — техника һаны (йыһазландырылыу кимәле) һәм уның 1 эшсегә йәки 100 га эшкәртелеүсе майҙанға тура килгән ҡеүәте (энергия м‑н тәьмин ителеү), ш. уҡ операцияларҙы һәм культураларҙы үҫтереү процесын механизациялау кимәле (%‑тарҙа). Игенселек үҫешенең иртә стадияларында ер эшкәртеү өсөн үтә ябай ҡоралдар (ҡара: Ер эшкәртеүҡоралдары) файҙаланылған, артабан улар камиллаша барған. 20 б. башында тракторҙар барлыҡҡа килгәс, а.х. күп көс талап иткән операцияларҙы механизациялау башлана. 1917 й. ҡарата Өфө губернаһында 7 трактор иҫәпләнә, хужалыҡтарҙың 36%‑ында һабан, 7%‑ында урғыс һәм 13%‑ында ашлыҡ һуҡҡыс була. Революциянан (1917) һуң Башҡортостанда машина‑прокат пункттары, ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәттәре һәм крәҫтиән хужалыҡтарында техниканы бергәләп ҡулланыуҙың башҡа формалары барлыҡҡа килә. Артабан колхоздарға производствоны механизациялауҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн машина‑трактор станциялары төҙөлә. 1929 й. алып а.х. күпләп техника м‑н тәьмин итеү башлана. 1940 й. ҡарата һөрөүҙе механизациялау кимәле 80%‑ҡа, сәсеүҙе — 56%‑ҡа, иген культураларын йыйыуҙы механизациялау — 40%‑ҡа етә, 1950 й. ҡарата был операциялар тулыһынса механизациялана. 1956 й. алып а.х. комплекслы механизациялау өсөн машиналар системаһын булдырыу башлана. Башҡортостандың үҫемлекселек тармағында техника һаны даими арта һәм 1991 й. ҡарай макс. ҡиммәткә етә (ҡара: 1‑се табл.). Шуға ярашлы 1 машинаға булған йөкләнеш кәмей (ҡара: 2‑се табл.), технологик операцияларҙың үтәлеү ваҡыты ҡыҫҡара, баҫыусылыҡта һәм малсылыҡта механизациялауҙың юғары кимәленә өлгәшелә (һауыу һәм һөттө беренсел эшкәртеү, мал аҙығы әҙерләү һәм таратыу һ.б.). 90‑сы йй. хужалыҡтарҙа техника һаны кәмей башлай, трактор, комбайн, а.х. машиналары һәм ҡоралдарына йөкләнеш һиҙелерлек арта. 1998 й. респ. А.х.м. кимәлен күтәреү өсөн машина‑технология станциялары төҙөлә. Дәүләт а.х. продукцияһын етештереүселәргә яңы а.х. машиналары алыуҙа лизинг формаһында ярҙам күрһәтә башлай. Респ. төп а.х. техникаһын етештереүселәр булып “Башсельмаш” ААЙ‑һы, Нефтекама автозаводы, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б. тора.

Респ. А.х.м. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 1932 й., Башҡ‑н баҫыусылыҡ фәнни‑тикшеренеү ст. составында үҫемлекселекте механизациялау б‑са бүлек асылғандан һуң башлана, станция МТС‑тың трактор һәм комбайндар паркын файҙаланыуҙы яҡшыртыу б‑са тикшеренеүҙәр алып бара (В.К.Ғирфанов, Г.С.Смородин, Х.Ҡ.Хәсәнов һ.б.).

50—60‑сы йй. Аграр университетта һәм Ауыл хужалығы институтында машина‑трактор агрегаттары составын яҡшыртыу, машиналарҙы файҙаланыу нормативтарын камиллаштырыу, һабандар конструкцияһын проектлау һәм камиллаштырыу өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр алыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана (Ю.Ғ.Байрамғолов, Рив М.Бәширов, И.Д.Ғафуров, И.Ф.Йосопов, Ш.М.Фәршатов, Р.Х.Хәбиров һ.б.). Тупраҡты эрозияға ҡаршы эшкәртеү өсөн ике яруслы кәҫтаҡтаһыҙ һабандың 2 тибы эшләнә һәм производствоға индерелә (Р.М.Ғәлләмов, С.П.Лялин, Хәсәнов, Б.М.Шмелёв, М.С.Әүәлбаев һ.б.), тупраҡты ҡатнаш төп эшкәртеү өсөн ҡоралдар, шыйыҡ ашламалар ҡулланыу өсөн яйланмалар эшләнә (М.Ә. Ғилдин, М.Ә.Дәүләтшин, Р.А.Юнысов, Әүәлбаев һ.б.). 1990—95 йй. ауыр тупраҡта картуф үҫтереү һәм йыйыуҙың түтәл ысулы, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш үҫтереү һәм йыйыу өсөн машиналар (Байрамғолов, М.М.Дәүләтшин, А.П. Иофинов, Р.Р.Камалетдинов, Э.В.  Хангилдин, Х.Х.Әхмәров һ.б.), һабан һәм сәскестәр өсөн эш органдары (Н.У.Вәхитов, Иофинов, С.Ғ.Мөҙәрисов һ.б.) эшләнә. 1965 й. алып трактор һәм комбайн дизель двигателдәренең яғыулыҡ ҡорамалдарын камиллаштырыу (Радик М.Бәширов, Ф.З. Ғабдрафиҡов, И.И.Ғәбитов, Р.Я. Мәхмүтов, А.В.Неговора, А.А.Тюр, В.З. Фәсхетдинов һ.б.); а.х. машиналары деталдәрен яңыртыу ысулдарын эшләү һәм металл киҫеү ҡоралдарының ныҡлығын арттырыу (У.С.Ваһапов, А.К.Дмитриенко, В.М.Дусыев, В.С.Ибраһимов, Э.Л.Левин, М.З.Нафиҡов, Ғ.С. Трофимов, М.Н.Фәрхшатов, Н.С.Юдин һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

1980 й. алып составтарҙы яҡшыртыу һәм машина‑трактор агрегаттарын һәм транспорт сараларын эш төрҙәре б‑са бүлеү, иҡт.‑матем. моделдәр ҡулланып нефть продукттары, машина-трактор паркы һәм транспорт сараларын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙы мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү (Рив М.Бәширов, Ғафуров, Д.Б.Дунюшкин, Р.Р.Зәйнәғәбдинов, М.Х.Низаметдинов, А.А.Сәхәпов һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр йәйелдерелә. Малс‑ҡты механизациялау өлкәһендәге тикшеренеүҙәр мал тамыраҙыҡтары, ш. уҡ ашатыуға иген әҙерләү өсөн техник саралар эшләүгә йүнәлтелгән (В.М.Мартынов, Ф.Г.Плохов, Г.П.Юхин һ.б.).

Әҙәб.: Иофинов С.А. История техники и науки о механизации земледелия. СПб., 1994; Баширов Р.М., Баширов Рив  М., Иофинов А.П. Состояние и перспективы развития механизации и электрификации сельского хозяйства Республики Башкортостан //Проблемы и перспективы развития агропромышленного производства Республики Башкортостан. Уфа, 2000.

Рив М.Бәширов


Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019