Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ

Просмотров: 1172

СПОРТ ОРИЕНТИРЫ, ярышта ҡатнашыусылар спорт картаһы һәм компас ярҙамында төбәктә контроль пункттарҙы үтергә тейешле спорт төрө. С.о. хәрәкәт итеү ысулдары (йүгереү, саңғыла һәм велосипедта) һәм мәсьәләләр үтәлеше (бирелгән йүнәлештә ориентир, тамғаланған трассала, һайлау б‑са, теүәл ориентир) б‑са айырыла. Ярыштар классика, кросс, марафон, спринт, эстафета һ.б. дисциплиналар б‑са үткәрелә. Һөҙөмтәләр дистанцияны үтеү ваҡытына һәм мәрәйҙәр һанына ҡарап билдәләнә. Башҡортостанда С.о. 20 б. 60‑сы йй. башында Өфөлә Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионда туризм секцияһы асылыу м‑н үҫешә башлай. Өфөлә С.о. б‑са тәүге ярыштар 1960 й. — балалар араһында (туристик слёттар программаһына индерелгән), 1961 й. өлкәндәр араһында була. 1960 й. Белорет р‑нында 2‑се Бөтә Рәсәй туристар слёты үтә, программаһына С.о. б‑са ярыштар индерелә. 1962 й. алып С.о. б‑са респ. беренселектәре үткәрелә. 1963 й. БАССР йыйылма командаһы Бөтә Рәсәй туристар слёты еңеүсеһе булғандан һуң, 1‑се Бөтә Союз туристик ориентир б‑са ярыштарҙа ҡатнаша. Респ. Урал, Волга буйы һәм Төньяҡ Кавказ авт. респ. командалары матчы (1966), РСФСР беренселеге финалы (1974), СССР (1982) һәм Рәсәй (2006) Ҡораллы көстәре чемпионаттары, мәктәп балалары араһында РСФСР беренселеге (1989), Рәсәй кубоктары (1993, 1995—96, 2000—01, 2003—07), Рәсәй чемпионаттары финалдары (2003, 2006, 2008, 2013) үткәрелә; 2006 й. башлап йыл һайын “Рәсәй азимуты” Бөтә Рәсәй күмәк ярыштары уҙғарыла. 2013 й. Өфөлә ҡышҡы Халыҡ‑ара балалар уйындары сиктәрендә С.о. б‑са ярыштар үтә. БАССР йыйылма командаһы — Урал, Волга буйы һәм Төньяҡ Кавказ авт. респ. командалары матчтары еңеүсеһе (1966, 1968, 1976). Респ. С.о. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — А.И.Стрельникова (1970). Халыҡ‑ара ярыштарҙа В.Г.Глухарёв, В.М.Лукьянов, Е.В.Сорокин, А.А.Фадеева юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ш. уҡ М.В.Сорокин — Рәсәй чемп. (12 тапҡыр, 2000—01, 2003—04, 2006, 2008), ҡышҡы Азия уйындарының абс. еңеүсеһе (2011), үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионатының бронза призёры (2 тапҡыр, 2001). Респ. 7‑се СДЮСШОР‑ында (Өфө), 3‑сө СДЮСШОР‑ында (Октябрьский ҡ.), ДЮСШ‑ла (Нефтекама ҡ.) С.о. бүлектәре һәм 15‑кә яҡын секция эшләп килә, унда 20 мең самаһы кеше шөғөлләнә (2014). 1979 й. алып БР С.о. федерацияһы эшләй. С.о. м‑н тренерҙар Е.Л.Афанасьев, Е.В.Гутьяр, И.Б. Ишмөхәмәтов, В.А.Капитонов, А.П. Коротков, В.М.Лукьянов, Ю.М. Лукьянов, В.М.Прохоров, Е.А.Прохорова, В.П.Путенихин, С.А.Смолина, Р.Р. Әхтәмов, В.Л.Юлманов, бөтә Союз категориялы судьялар М.К. Ғиззәтуллин, Ю.Н.Прудников һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.К.Седюк

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.05.2023