Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘРИСОВА Александра Николаевна

Просмотров: 870

ИҘРИСОВА Александра Николаевна (1.6.1922, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Морозов утары — 22.6.2012, Өфө ҡ.), бейеүсе. 1931—61 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. башҡарыу оҫталығы кәүҙәләндереү алымдарының килешле булыуы менән айырылып тора. “Дуҫлыҡ”, “Бишбармаҡ”, “Бүләк”, “Гопак”, “Лявониха”, “Ғашиҡ төҙөүселәр” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Мәскәү ҡ. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”, Свердловск киностудияһы, 1959) фильм‑балетында төшә.

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.03.2023
Связанные темы рубрикатора: