Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ

Просмотров: 491

СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ (Polygonatum), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: хуш еҫле йәки шифалы С.м. һәм күп сәскәле С.м. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары дуға рәүешендә йәки төҙ, бейеклеге 20— 100 см. Япраҡтары сиратлы, ҡыяҡлынан алып киң эллипс формаһына тиклем. Тамырһабаҡтары йыуан, ҡороған һабаҡтары урынында йомрайтылған батынҡы йөйҙәр (“мисәттәр”) бар. Сәскәләре йәшкелт аҡ төҫтә, көпшәле, ике енесле, япраҡ ҡуйындарында яңғыҙар йәки 2—5‑әрләп урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — шар формаһындағы еләк, июль—авг. өлгөрә. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡайынлыҡтарҙа, ҡыуаҡ үҫентеләре араһында, йырындарҙа үҫә. Декоратив, дарыу үҫемлектәре. Ағыулы үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, сапониндар, йөрәк гликозидтары бар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: