Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРЕК ҠУРАҺЫ

Просмотров: 1165

ЕРЕК ҠУРАҺЫ (Filipendula), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, аҙ япраҡлы, бейеклеге 30—200 см. Япрағы өҙөк‑өҙөк ҡауырһын һымаҡ, һирәкләп бармаҡ һымаҡ бүленгән йәки шыма, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, ғәҙәттә, һарғылт аҡ, һарғылт төҫтә, эре күп сәскәле ҡалҡан йәки һепертке һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — күп сәтләүек йәки күп япраҡ, июль—сент. өлгөрә. Ҡоро үҙәнле, дымлы һәм һаҙлыҡлы болонда, урман ситендә, һыубаҫар туғайҙа, далала үҫә. Ҡарама япраҡлы Е.ҡ. — респ. бөтә терр‑яһында; ябай Е.ҡ., дала Е.ҡ. — Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында; яланғас Е.ҡ. һирәкләп Ағиҙел буйы һәм Мәсәғүт урманлы далаларында осрай. Баллы һәм декоратив үҫемлектәр; составында дуплау матдәләре, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла, ҡарама япраҡлы Е.ҡ. – дарыу үҫемлеге.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: