Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВ Михаил Ларионович

Просмотров: 922

МИХАЙЛОВ Михаил Ларионович (Илларионович) (3.1.1829, Өфө — 2.8.1865, Байкал аръяғы өлк. Кадайский руднигы), урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе, публицист. Петербург ун‑тында уҡыған (1846—48). 1852—61 йй. “Современник” (“Замандаш”; С.‑Петербург) ж. хеҙм‑ре. 1860 йй. революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы. 1861 й. дәүләткә ҡаршы прокламациялар төҙөп таратҡаны өсөн ҡулға алына һәм 6 йылға каторга эштәренә хөкөм ителә, ғүмерлеккә Себергә һөргөнгә ебәрелә. Өйҙә дәрес биргән уҡытыусы‑немец тормошо т‑дағы “Адам Адамыч” (1851) повесы М. ҙур танылыу килтерә. “Селтәр бәйләүсе” (“Кружевница”; 1852), “Зәңгәр күҙҙәр” (“Голубые глазки”), “Изгоев” (икеһе лә — 1855) повестарында, “Күсәр ҡоштар” (“Перелётные птицы”; 1854)__ романында һ.б. провинциаль дворяндар һәм чиновниктарҙың әҙәпһеҙлеге фашлана, крепостнойлыҡ ысынбарлығы ғәйепләнә. “Святки” (1853) хикәйәһе нигеҙендә Өфө өйәҙенең Кириловка а. (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Кириллов а.) өләсәһенең имениеһында үткәргән бала саҡ хәтирәләре ята. “Ҡарлуғас өңдәре” (“Стрижовые норы”; 1855) повесында Өфөнөң ярлы биҫтәләренең береһендә йәшәгән кешеләрҙең көндәлек тормошо оло ихтирам м‑н һүрәтләнә. Лирикала М. декабристар һәм М.Ю.Лермонтов, Некрасов мәктәбе поэзияһы традицияларын үҫтерә (“Надя”, “Яҡшы партия” — “Хорошая партия”, “Добролюбов иҫтәлегенә” — “Памяти Добролюбова”, “Һеҙҙе ныҡ, дуҫтарса ҡосағыма...” — “Крепко, дружно вас в объятья…” һ.б.). “Ҡыйыуыраҡ, дуҫтар! Юғалтмағыҙ...” (“Смело, друзья! Не теряйте…”), “Бар тереклектең мәңгелек дошманы” (“Вечный враг всего живого”) шиғырҙары революцион йырҙар булып китә. Матбуғатта Рәсәй йәмғиәтендә ҡатын‑ҡыҙҙың тотҡан урыны, сит ил һәм урыҫ әҙәбиәте т‑дағы мәҡәләләр м‑н сығыш яһай. П.Ж.Беранже, Г.Гейне, Т.Гуд, Г.Лонгфелло, Көнсығыш һәм боронғо грек шағирҙарының һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә. 1856—57 йй. Диңгеҙ министрлығы ҡушыуы б‑са Ырымбур губернаһына экспедиция яһай, башҡорттарҙың фольклоры һәм этнографияһы б‑са йыйған материалдары “Урал очерктары”на (“Уральские очерки”; 1859) индерелгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Полное собрание сочинений: в 4 т. СПб., 1913—1914; Полное собрание стихотворений. М.; Л., 1934; “По своей воле...”: повести и рассказы. Уфа, 1989.

Әҙәб.: Х а з и е в В.Г. Писатель-революционер Михайлов — уроженец Уфы //Поиски и находки: краевед. сб. Уфа, 1984.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: