Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОҠАНОВ Сабит Моҡан улы

Просмотров: 921

МОҠАНОВ Сабит Моҡан улы (13.4. 1900, Аҡмулла өлк. Жаман-Шубар а. — 18.4.1973, Алма-Ата), яҙыусы. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА акад. (1954). 1936—37 йй. һәм 1943—52 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы__Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Тормош мәктәбе” (1930—1964; урыҫса тәрж. 1956— 1966) трилогияһы, “Күҙгә салынып ҡалған метеор” (1967—1970; урыҫса тәрж. 1980) дилогияһы, “Бай улы” (1928; урыҫса тәрж. 1935), “Серле байраҡ” (1938; урыҫса тәрж. 1946 һәм “Ботағоҙ”, 1957), “Һыр-даръя” (1947; урыҫса тәрж. 1948; бөтәһе лә — ҡаҙаҡ телендә) һ.б. романдар авторы. Башҡортостанға килә; М.Кәрим һәм С.Ҡудаш м‑н ижади бәйләнеш тота. Салауат Юлаевҡа арналған “Юлаевтар” шиғыры, Һ.Л.Дәүләтшина, С.Ҡудаш һ.б. башҡ. яҙыусылары ижады т‑да мәҡәләләр авторы. М. әҫәрҙәре Н.Иҙелбай, Н.Нәжми тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Ҡаҙаҡ ССР‑ының Абай ис. Дәүләт пр. (1968), Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Ч.С. Вәлиханов ис. пр. (1966) лауреаты.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: