Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАБАЕВ Сөләймән Миңлеғужа улы

Просмотров: 1246

МУЛЛАБАЕВ Сөләймән Миңлеғужа улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Юлдаш а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) — 20.4.2003, шунда уҡ], шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1940—42 йй. һәм 1945— 90 йй. Ырымбур өлк. Ивановка һәм Красногвардейский р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта. “Ҡәҙерле һүҙ” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1963 й. сыға. “Беҙҙең өй” (1971), “Тылсымлы күл” (1978), “Олатайым йомаҡ ҡоя” (1994) һ.б. китаптарына балалар өсөн шиғырҙар, әкиәттәр, башватҡыстар ингән. “Сайҡала сал ҡылған” (1983), “Көҙгө балҡыш” (1989; татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. М. шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителгән. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Ә ҫ ә р ҙ.: Йәшел дуҫтар: шиғырҙар. Өфө, 1989. 

 Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: