Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ

Просмотров: 927

МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ, кешенең инфекцион ауырыуы, һауа аша йоға. Тыуҙырыусыһы: юғары һәм түбән т‑ратураларға, ҡояш яҡтыһына аҙ тотороҡло Neisseria meningitidis бактериялары. Инфекция сығанағы: ауырыуҙар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Йышыраҡ 14 йәшкә тиклемге балалар ауырый (ауырыу осраҡтарының 80%‑ында сир бөтә организмға тарала). Сикләнгән (менингококк йөрөтөү, назофарингит), бөтә организмға таралған (менингококкемия, менингит, менингоэнцефалит, ҡатнаш форма) һәм һирәк формаларҙа була. Йотҡолоҡ өҫтөнөң лайлалы тиресәһенә эләгеп, ауырыу тыуҙырыусы бактериялар үрсей башлай (сикләнгән формалары); ошо урында иммунитет түбән булғанда лайлалы тиресәнең эсенә үтеп инә, ҡанға, эске ағзаларға, мейе ҡатламдарына эләгә һәм инфекцияның бөтә организмға тарала торған формаларын барлыҡҡа килтерә. Инкубация осоро — 2—10 көн. Төп билдәләре: т‑раның 40°С тиклем күтәрелеүе, баш ауыртыу, ҡоҫоу, мускулдар__һыҙлау, геморрагик сабыртма, елкә мускулдарының тартышып ҡатыуы һ.б. Сепсис, йоғошло‑токсик шок, баш мейеһенең шешеүе, киҫкен бөйөр һәм бөйөр өҫтө биҙе хәлһеҙлеге кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы мөмкин. Диагностика өсөн клиник, бактериологик һәм серологик тикшеренеүҙәр (йотҡолоҡ өҫтө лайлаһы, ҡан, арҡа мейеһе шыйыҡлығы) мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар, кортикостероид гормондары, дезинтоксикация саралары). Иҫкәртеү: ауырыуҙарҙы изоляциялау һәм ауырыуҙар м‑н бәйләнеше булған кешеләрҙе мед. күҙәтеүенә алыу, эпидемик күрһәткестәр б‑са — вакцинация. Башҡортостанда 100 мең кешегә М.и. м‑н ауырығандар һаны түбәндәгесә теркәлгән: 2008 — 0,37; 2010 — 5,95; 2012 — 0,44. Ауырыуҙың патогенезын, клиник үҙенсәлектәрен, уны дауалау ысулдарын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Л.В.Макарова, И.А.Ушакова, Д.Х.Хунафина һ.б.).

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: