МОРУГОВА Татьяна Вячеславовна
МОРУГОВА Татьяна Вячеславовна (30.4.1953, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). Д.Н. Лазареваның ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында, 1984 й. алып БДМУ‑ла эшләй (1999 й. башлап эндокринология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эндокрин ауырыуҙарын һәм уларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иртә диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү, иммуноэндокринология, географик патология, ш. иҫ. боғаҡ, проблемаларына, Башҡортостанда эндокрин системаһы ауырыуҙарының таралыуын өйрәнеүгә арналған. М. ҡатнашлығында респ. халыҡтары популяцияларында беренсе төр шәкәр диабеты үҫешен алдан күҙаллау ысулы эшләнә. 350-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР эндокринологтары ассоциацияһы рәйесе (1999 й. алып).
Х е ҙ м.: Влияние лекарственных средств на углеводный и липидный обмен. Уфа, 1999 (авторҙ.); Лекарственные растения Башкортостана. Уфа, 2011 (авторҙ.); Иммуномодуляторы. Уфа, 2012 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина