Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВКА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 913

МИХАЙЛОВКА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 132 кеше; 1939 — 758; 1959 — 730; 1989 — 904; 2002 — 1012; 2010 — 1103 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Әбйәлил сорт һынау участкаһы урынлашҡан, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1914 й. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Тупаҡ а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Екатеринослав губ. Макеевка а. күсеп килгән крәҫтиәндәр Михайловский утары булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Михаил Бирюков исеме м‑н аталған. 1939 й. 2 ауыл иҫәпкә алынған: М. (393 кеше) һәм Михайловский (365 кеше), улар һуңынан хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. Ауыл эргәһендәге Мулдаҡ күле — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019