Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИШКӘ, ауыл, Мишкә р‑нының үҙәге

Просмотров: 116

МИШКӘ, ауыл, Мишкә р‑нының (1930—63, 1965 й. алып) һәм Мишкә а/с үҙәге. Өфөнән Т. табан 131 км һәм Загородная т. юл ст. 116 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында, Бөрө— Таҙтүбә—Һатҡы (Силәбе өлк.) автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 0,7; 1920 — 0,8; 1939 — 2,1; 1959 — 3,2; 1989 — 5,4; 2002 — 5,7; 2010 — 6,0. Мариҙар йәшәй (2002). Проф. лицей, 2 урта мәктәп, ш. иҫ. Мишкә лицейы №1, сәнғәт мәктәбе, 4 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, ДЮСШ, йәш натуралистар һәм йәш техниктар станцияһы, Балалар‑йәштәр туризмы, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт һарайы, Мәҙәниәт йорто (5 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Эрвел”), мари тарихи‑мәҙәни үҙәге, мәсет бар. Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 81 йортта 422 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете булған. Шулай уҡ Шағаман исеме м‑н билдәле булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, земство фельдшер пункты, шарап һәм 2 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Р.Р.Абраров, Р.Т.Ниғмәтуллин ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019