Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1162

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР, магнит үҙенсәлектәре б‑са электротехникала, автоматикала, телемеханикала, приборҙар яһауҙа һ.б. өлкәләрҙә ҡулланыла алған матдәләр (ферро‑ һәм ферримагнетиктар). Йомшаҡ һәм ҡаты М.м. бүленә. Йомшаҡ М.м. көсөргәнешлелеге 8‑ҙән 800 А/м тиклем булған магнит ҡырҙарында туйынғанға тиклем магнитланған материалдарҙы индерәләр. Уларға коэрцитив көс дәүмәленең бәләкәй (0,8‑ҙән 40 А/м тиклем) һәм магнит үткәрә алыуының юғары булыуы хас. Йомшаҡ М.м. компьютерҙарҙа, магнитофондарҙа һ.б. мәғлүмәтте яҙыу, һаҡлау һәм яңынан ишеттереү ҡоролмаларын, трансформатор кендеген, электр двигателдәре һәм генераторҙары роторҙарын, статорҙарын яһау өсөн ҡулланыла. Улар иҫәбенә электротехник ҡорос (Fe‑Si иретмәләре), Fe‑Ni (пермаллойҙар), Fe‑Co (пермендюр), Fe‑Al, Fe‑Si‑Al нигеҙендәге бинар һәм ҡатнаш иретмәләр инә. Ҡаты М.м. көсөргәнешлелеге 104 алып 107 А/м тиклем булған магнит ҡырҙарында туйынғанға тиклем магнитланған матдәләрҙе индерәләр, улар 40‑тан 1600 кА/м тиклем коэрцитив көсөнә, юғары ҡалдыҡ индукцияһына һәм магнит энергияһына эйә. Уларҙан (Fe‑Al‑Ni‑Co, Fe‑Cr‑Co, Fe‑Nd‑В иретмәләре, SrO•6Fe2O3, BaO•6Fe2O3 ферриттары) үҙҙәре эргәһендә көслө магнит ҡыры барлыҡҡа килтергән даими магниттар яһала. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. аҙ. алып “Магнит” ЯСЙ‑нда (Октябрьский ҡ.) барий һәм стронций ферриттарынан электр двигателдәре һәм генераторҙары өсөн даими магниттар сығарыла, уларҙы ҡулланыусылар — “Автонормаль”, ӨАПБ, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ пр‑тиелары һ.б.; 80‑се йй. алып ӨАПБ‑ла Fe‑Al‑Ni‑Co иретмәһенән даими магниттар етештерелә. 80‑се йй. уртаһынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында М.м. физикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла, нанокристаллик структуралы металдарҙың һәм иретмәләрҙең үҙенсәлектәре, наноструктураның төрлө магнит үҙенсәлектәренә йоғонтоһо тикшерелә. Интенсив пластик деформация ысулы м‑н Fe‑Cr‑Co иретмәләренән юғары механик үҙенсәлектәре комплексы булған даими магниттар алыу ысулы эшләнә (Х.Я.Мөлөков, Ғ.Ф.Корзникова һ.б.).

Х.Я.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: