Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛАЕВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 658

НИКОЛАЕВКА, И м ә н л е к ү л, Й о м р а н, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Ибраһим т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡарайылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 704 кеше; 1920 – 920; 1939 – 1204; 1959 – 1099; 1989 – 822; 2002 – 918; 2010 – 854 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп (Ҡырмыҫҡалы гимназияһы филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, клуб бар.

Ауылға 1797 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Стәрлетамаҡ өйәҙенең Үрге Мәҫәле а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны Мәҫәле а.) яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. 1865 й. Н. (Имәнлекүл) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 70 йортта 403 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея һәм шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ билдәләнгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: