Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТЕМАТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 1125

МАТЕМАТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, математика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Дөйөм, махсус һәм ярҙамсы белем биреүгә бүленә. Математика б‑са дөйөм белем мәктәптә бирелеп, арифметика, алгебра һәм анализ нигеҙҙәрен, геометрияны үҙ эсенә ала. Махсус белем математик анализ, юғары алгебра, аналитик геом., дифференциаль геом. һәм топологияны, дифференциаль тигеҙләмәләр, айырым сығарылмалары булған тигеҙләмәләрҙе, ысын һәм комплекслы үҙгәреүсәндәр функциялары теориялары, функциональ анализ, хисаплау математикаһы, математик модель әҙерләү, программалаштырыу һәм иҡт. информатикаһын, дөйөм һәм теоретик физиканы, хәҙ. заман матем. проблемалары б‑са махсус курстарҙы һ.б. үҙ эсенә ала. Юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләү ун‑т һәм пед. ин‑ттарының матем. һәм физика‑матем. ф‑ттарында алып барыла. Математика б‑са ярҙамсы белем биреүгә юғары техник уҡыу йорттарының, ун‑ттарҙың, ин‑ттарҙың һәм урта махсус белем биреү учреждениеларының физика, химия, иҡт., биол., геол. һ.б. ф‑ттарында уҡытылған юғары матем. курстарын индерәләр. Ярҙамсы белем студенттарға (уҡыусыларға) махсус фәндәрҙе өйрәнеү һәм тикшеренеүҙәр үткәреү, көндәлек эштәрҙә матем. сараларын ҡулланыу өсөн кәрәк булған матем. мәғлүмәттәр бирә. Башҡортостанда матем. уҡытыу 18 б. 20‑се йй. Өфөләге тәүге урыҫ уҡыу йортонда — цифир мәктәбендә индерелә. БР‑ҙа 20 б. 60‑сы йй. аҙ. алып дөйөм М.б.б.б. системаһының бөтә кимәлдәрендә (мәктәптән респ. тиклем) матем. олимпиадалар үткәреү ойошторола. Бөтә Союз, бөтә Рәсәй һәм халыҡ‑ара олимпиадаларҙың тиҫтәнән ашыу еңеүсеһе әҙерләнә. “Башҡортостан Республикаһы балалары” Президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1997 й. БР Мәғариф министрлығы тарафынан уҡыусы йәштәрҙең РФ‑тағы тәүге ирекле ижади берекмәһе — БР уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы төҙөлә, уның эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — һәләтле балаларҙың интеллектуаль потенциалын асыҡлау, уҡыусыларҙы тикшеренеү эштәренә, фәнни‑белем биреү проекттарын эшләүгә йәлеп итеү юлы м‑н уларға ярҙам күрһәтеү. Математика б‑са махсус белем биреү 1909 й. алып Уҡытыусылар институтында индерелә. Ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑ттары, хисаплау үҙәктәре, юғары уҡыу йорттары, техникум һәм мәктәптәр өсөн проф. математиктар Башҡорт дәүләт университетының матем. ф‑тында әҙерләнә; ул РФ‑тың классик ун‑ттары матем. ф‑ттарының беренсе тиҫтәһенә инә, унда “Математика”, “Ғәмәли математика” һ.б. б‑са белгестәр әҙерләгән 9 каф. бар: юғары алгебра һәм геом., матем. анализ, функциялар теорияһы һәм функциональ анализ, дифференциаль тигеҙләмәләр, хисаплау математикаһы, матем. модель әҙерләү һ.б. Факультет һәм М.б.б.б. үҫешенә Й.И.Биғлов, В.Т.Иванов, Й.Т.Солтанаев һ.б. тос өлөш индерә. Махсус белем ш. уҡ Педагогия университетында бирелә, унда матем. һәм физика, матем. һәм иҡт. уҡытыусылары әҙерләнә. Нефть техник университетында — “Иҡтисадта математика ысулдары”, Авиация техник университетында “Ғәмәли математика” һәм “Математик ысулдар һәм иҡтисад операцияларын тикшереү” һөнәрҙәре б‑са әҙерләйҙәр. Юғары уҡыу йорттарында уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаларында, магистратура, бакалавриатта алып барыла. Фәнни һәм пед. эш өсөн белгестәр БДУ‑ла, БДПУ‑ла, Математика ин‑тында, аспирантураларҙа әҙерләнә, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са советтар эшләй. Ярҙамсы белем ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла, ӨДИСУ‑ла, БДАУ‑ҙа, БДУ‑ның, БДПУ‑ның ҡайһы бер ф‑ттарында, ш. уҡ респ. күп кенә техникум һәм колледждарында бирелә.

Ш.И.Цыганов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: