Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТЕОРИТТАР

Просмотров: 1157

МЕТЕОРИТТАР, йыһан арауығынан Ер өҫтөнә килеп төшкән есемдәр. М. — Ерҙең атмосфераһында тулыһынса янып бөтмәгән метеор ҡалдыҡтары. 3 төп класҡа бүленә: тимер (сидериттар), тимер‑таш (сидеролиттар йәки литосидериттар) һәм таш М. (аэролиттар). М. исемде улар төшкән урынға иң яҡын торама йәки геогр. объект атамаһы б‑са бирәләр. М. төшкән урында үлсәмдәре бер нисә тиҫтә метрҙан йөҙҙәрсә километрҙарға тиклем булған кратерҙар барлыҡҡа килә. Ҡояш системаһының күпселек есемдәрендә (Ай, Меркурий, Марс һ.б.) метеориттар төшөүҙән барлыҡҡа килгән кратерҙар бар. 1990 й. 17 майында Стәрлетамаҡ ҡ. көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡтағы яланға ҙур М. төшкән. Төшкән урында диам. 10 м, тәрәнлеге 4—5 м булған, тәпәш (0,6 м кәмерәк) йомшаҡ тупраҡ валы м‑н уратып алынған, 50— 70 м алыҫлыҡҡа балсыҡ киҫәктәре һәм еңел ирей торған шлак һибелгән кратер барлыҡҡа килгән. Тиҫтәләрсә ваҡ (дөйөм массаһы 0,5 кг кәмерәк) һәм эре ярсыҡтар табылған — массаһы 363 г (МС‑1), 875 г (МС‑2), 6600 г (МС‑3), 3060 г (МС‑4); 1991 й. массаһы 315 кг булған ярсыҡ (МС‑5) тапҡандар, ул Археология һәм этнография музейында һаҡлана. Тығыҙлығы — 7,58 г/см3; минераль составына: камасит, тэнит, шрейберзит, рабдит, добреелит, троилит һәм кәмерәк күләмдә виоларит, хромит, лавренсит, молизит, авгит һ.б. ингән.

Әҙәб.: Метеорит “Стерлитамак” /С.Ш.Юсупов [и др.]. Уфа, 2002. 

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: