Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТЕОРҘАР

Просмотров: 987

МЕТЕОРҘАР (гр. meteјōros — һауала кәйелеп осҡан), йыһан матдәһе өлөшсәләре Ер атмосфераһының өҫкө ҡатламдарына ингәндә күҙәтелгән күренеш. Метеор есеменең атмосфера м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә ут балҡып китә, ул ҡыҫҡа ваҡытлы ионлашҡан газ эҙе ҡалдыра, шуға күрә М. “атылған йондоҙ” тип атайҙар. Болид — көндөҙ ҙә күренгән баҙыҡ М., уның күренеүе шартлауҙы хәтерләткән тауыш м‑н оҙатыла. М. матдәһенең күп өлөшө Ҡояш тирәләй билдәле орбиталар б‑са хәрәкәт итә. Күпселек метеор күстәре билдәле кометаларҙың орбиталарында йөрөй. Орбита б‑са хәрәкәт иткәндә Ер шундай метеор күсе аша үтә һәм күк йөҙөндә метеор ағымы күҙәтелә; уларҙың иң көслөләрен метеор ямғырҙары тип атайҙар. Теге йәки был ағымға ҡарамаған яңғыҙҙарын спорадик М. тип атайҙар. Метеор есемдәренең ҡалдыҡтары метеориттар булып Ер өҫтөнә төшә. БР терр‑яһында йыл әйләнәһенә 20‑нән ашыу метеор ағымын күҙәтергә була, уларҙың ҡайһы берҙәрендә (Квадрантидтар, Персеидтар, Геминидтар) М. һаны сәғәтенә 70‑тән артыҡ була ала.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: