Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАКСИМ ГОРЬКИЙ, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1131

МАКСИМ ГОРЬКИЙ, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Приуралье т. юл ст. К. табан 21 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1793 кеше (Горный һәм Заря аа. халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән); 1959 — 644; 1989 — 715; 2002 — 838; 2010 — 802 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, латыштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат бар; латыш тарихи- мәҙәни үҙәге эшләй. Ауылға 1893—94 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙендә удел ведомствоһы ерҙәрендә (граф Коссаковскийҙан ҡаҙна һатып алған алпауыт ерҙәре) ҡуртымға алыу шарттарында Курляндия һәм Лифляндия губ. күсеп килеүселәр Архангел удел имениеһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 386 йортта 1867 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Дауахана, тирмән булған. 1906 й. айырым утарҙар булып урынлашҡан Архангел-Латыш йәмғиәте булараҡ теркәлгән. 1939 й. Арх-Латыш а. булараҡ иҫәпкә алынған, 1953 й. башлап Максим Горький ҡасабаһы, 2005 й. хәҙ. статусын ала. К.И.Әғлиуллина ошо ауылда тыуған. 

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019