Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТЫШТАР

Просмотров: 967

ЛАТЫШТАР (үҙ атамаһы латвиеши), халыҡ, Латвияның төп халҡы. Л. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 145,9 мең, РСФСР‑ҙа — 46,8 мең, Латвия ССР‑ында — 1387,7; 2002 й. РФ‑та — 28,5 мең, 2010 й. — 18,9 мең кеше. Башҡортостанда 1989 й. — 1956 кеше; БР‑ҙа 2002 й. — 1508, 2010 й. — 1117 кеше. Айырыуса (2010 й. мәғлүмәттәр б‑са) Өфөлә (384 кеше), БР‑ҙың Архангел (264 кеше), Иглин (182 кеше) р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. Л. күбеһе урыҫ телендә, бер өлөшө латыш телендә һөйләшә. Диндарҙарҙың төп өлөшө — лютерандар. Л. Башҡортостанға күсенеүе Крәҫтиән реформаһынан һуң башлана. 1897 й. Өфө губ. 3800‑ҙән ашыу кеше йәшәгән 380 латыш утары иҫәпләнә. Л. сираттағы күсенеүе Столыпин аграр реформаһы (1906—17) м‑н бәйле. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, БАССР‑ҙа Л. һаны 1926 й. — 7045, 1959 й. — 3804, 1970 й. 3531 кеше була.

Игенселек хужалыҡтың төп тармағы булған: арыш, бойҙай, арпа, киндер, клевер үҫтергәндәр. Төп игенселек ҡоралдары булып тырма, һуҡа, бер төрәнле һуҡа, һабан, ураҡ хеҙмәт иткән. Ярҙамсы урынды малсылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек үтәгән. Шулай уҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ, төрлө кәсеп (ҡабыҡ, тире, металл эшкәртеү, ағастан кәрәк-яраҡ әҙерләү, туҡыусылыҡ, сигеү эштәре) м‑н шөғөлләнгәндәр. Л. традицион торамалары бер ихаталы (виенсетас) булған, башлыса утар булып ултырғандар. Торлаҡтар 2 һәм 4 яҡлы ҡыйыҡ м‑н ябылған, бурап эшләнгән өйҙәрҙән ғибәрәт булған. Өйҙөң нигеҙен таштан, бүрәнәнән, яҫы таштан һалғандар, таҡта иҙән булған. Өй төҙөр өсөн ағас (ҡарағас, ҡарағай, уҫаҡ, ҡайын һ.б.), яҫы таш ҡулланылған; ҡыйығын транса, һирәгерәк һалам йә тимер м‑н япҡандар. Йорт алғы һәм эске (хужалыҡ итеү) өлөштәргә бүленгән. Традицион интерьер кирбес мейес, өҫтәл, эскәмйәләр, һауыт-һаба шкафынан торған; тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе сигелгән һәм туҡылған таҫтамалдар һ.б. м‑н биҙәгәндәр. Мунса, көлтә киптереү һәм һуғыу биналары (рига, гумно) арыраҡ торған. Коллективлаштырыу йылдарында Л. утарҙан ауылға күсенә башлағандар. Традицион ирҙәр кейеме ҡыҫҡа киндер күлдәктән, етен йә йөн ыштандан (аҡ, ҡара йә буйлы), билбау м‑н быуып кейә торған оҙон кафтандан ғибәрәт булған. Баш кейеме тирәсле эшләпә, ҡайһы берҙә картуз булған. Аяҡ кейеменә итек, күн сандалыйҙар (постолы) ингән. Традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме мул итеп тегелгән оҙон туҡыма күлдәктән, буй йә шаҡмаҡ биҙәкле, ҡайһы берҙә өҫлө (ниебурс) итәктән, биҙәкле туҡыма билбауҙан, етен (снатене) йә йөн (виллайне), сағыу биҙәктәр сигелгән япманан торған. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар башына йыш ҡына таҫма ҡушып, сәйлән м‑н биҙәлгән туҡыманан тегелгән таж кейгән, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ төрлө башлыҡ, көләпәрә йә баш таҫтамалы (наматс) йөрөткән. Традицион биҙәүестәр — сәсҡап һәм бронза, гәрәбә һ.б. м‑н биҙәлгән түшелдеректәр. Л. милли аш-һыуы иген, һөт, ит, ш. уҡ йәшелсә продукттарын ҡулланыуға нигеҙләнгән. Күберәк арыш ононан әсе икмәк бешергәндәр. Нигеҙҙә, әсегән һөт ҡушылған, ҡайһы берҙә ит йә май һалынған бутҡа, бешкән кәбеҫтә (капости), яңы өҙөлгән һәм тоҙланған йәшелсәләрҙән шыйыҡ аш, борсаҡтан эшләнгән сумар киң таралған булған. Байрам көндәрендә традицион рәүештә сусҡа майы йә ит һалынған бәрәмәс, татлы бәлеш, сусҡа ите ҡушып быҡтырылған кәбеҫтә, ҡойҡа һ.б. ризыҡтар әҙерләгәндәр; эсемлектәрҙән һыра, өй шарттарында әҙерләнгән татлы шарап булған. Л. ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә традицион һыҙаттар һаҡланған: бәләкәй ғаиләләр күп булған. Ғаилә башлығы һәм бар мөлкәттең хужаһы булып атай кеше йә иң өлкән ир бала һаналған. Мөлкәтте мираҫҡа бүлгәндә майорат ҡағиҙәһенә таянғандар; башҡа вариҫтар үҙ өлөшөн төрлө һөнәрҙәргә уҡып сығыу, белем алыу һ.б. тотонор өсөн аҡсалата алған. Л. байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре христиан диненә тиклемге инаныуҙарға бәйле булған. Иң әһәмиәтлеһе булып йәйге ҡояш торошо алдынан үткәрелгән Лиго байрамы һаналған: сыр әҙерләгәндәр, һыра ҡайнатҡандар, торлаҡтарын сәскә бәйләмдәре һәм ҡайын ботаҡтары м‑н биҙәгәндәр. Христиан байрамдарынан бигерәк тә хөрмәтле һәм әһәмиәтле булып Раштыуа, Пасха, Троица һаналған. Музыка ҡоралдарынан ҡыуыҡлы һорнай, көснә, скрипка, борғо, контрабас таралған була. Ирҙәр тынлы оркестры булған. Фольклор әкиәт, риүәйәт, йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр, ш. уҡ календарь, лирик, юмористик, көндәлек йырҙарҙан (дайналар) һ.б. ғибәрәт. 20 б. уртаһынан алып Л. Латвияға ҡайта башлай.

Хәҙ. ваҡытта Л. һаны респ. 1 мең тирәһе тәшкил итә; Архангел р‑нының Максим Горький, Архангел, Баҡалды аа., Иглин р‑нының Ауструм һәм Балтика аа., Стәрлебаш р‑нының Банковка а. йәшәйҙәр. Л. Башҡортостанда этномәҙәни яҡтан һаҡланыуына һәм үҫешенә 1996 й. ойошторолған Латыштар йәмәғәт ойошмаһы, 2003 й. Архангел р‑нының Максим Горький а. булдырылған “Максим Горький” латыш тарихи-мәҙәни үҙәге булышлыҡ итә. Шулай уҡ ауылда латыш халҡын хеҙмәтләндереү б‑са базалы китапхана эшләп килә, урта мәктәптә латыш теле өйрәнелә. Лиго һәм Мартыни милли байрамдары, юбилейҙар, “Иң яҡшы латыш ихатаһы”, “Иң яҡшы латыш сыры” һ.б. конкурстар үткәрелә.

Әҙәб.: Б л и н к е н а А.Я. Латыши в Башкирской АССР //Этнические процессы в Башкирии в новое и новейшее время. Уфа, 1987; Ш у ш п а н о в С.Г. Евангелическо-лютеранская кирха //Дорога к храму: история религиозных учреждений г.Уфы. Уфа, 1993; Б а л т а е в а Л.Х. Язык латышей Башкортостана //Родной язык в современном обществе: взгляд молодых: Междунар. науч.-практ. конф. М., 2010.

Т.А.Пушкарёва

Тәрж. М.В.Хәкимова

19 б. аҙ. — 20 б. башында йәшәгән латыштарҙың милликейемдәре, музыка ҡоралдары, көнкүреш кәрәк-ярағыһәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәре күргәҙмәһе.БР Халыҡтар ассамблеяһының II съезы. Өфө, 2009

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019