Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҠСҮТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 939

МӘҠСҮТ, В а ш а ш, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ырғыҙлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 188 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 456 кеше; 1920 — 431; 1939 — 181; 1959 — 157; 1989 — 115; 2002 — 119; 2010 — 111 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ырғыҙлы урта мәктәбе филиалы) бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улдары Байдәүләт, Дәүләтбай һәм Ҡотломбәт Мәҡсүтовтар билдәле. 1795 й. 15 йортта 84 кеше йәшәгән, 1866 й. М. (Увашаш) 34 йортта — 362 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019