Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ ҠАРАМАҒЫНДА БУЛМАҒАН УҠЫУ ЙОРТТАРЫ

Просмотров: 1089

ДӘҮЛӘТ ҠАРАМАҒЫНДА БУЛМАҒАН УҠЫУ ЙОРТТАРЫ, юридик йәки физик шәхестәр тарафынан ойошторолған белем биреү учреждениелары. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы законға (2012) ярашлы, лицензия һәм дәүләт аккредитацияһы нигеҙендә эш итәләр; белем биреү учреждениелары өсөн билдәләнгән тәртиптә даими аттестация үтәләр. Белем биреү эшмәкәрлеген түләүле нигеҙҙә, ш. иҫ. дәүләт белем биреү программалары сиктәрендә, алып баралар. Шулай уҡ дәүләт ҡарамағында булмаған төрлө ойошма, фонд аҡсаларын, айырым кешеләрҙең хәйриә ярҙамын һ.б. йәлеп итеү иҫәбенә финансланалар. Әҙерлектең төп йүнәлештәре: гуманитар фәндәр, белем биреү һәм педагогика, иҡтисад һәм идара итеү, информатика һәм иҫәпләү техникаһы һ.б. Д.ҡ.б.у.й. м‑н туранан-тура уның ойоштороусыһы йәки ул төҙөгән попечителлек советы етәкселек итә. Дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорттарының һәм урта махсус уҡыу йорттарының күпселегенең эшмәкәрлеген координациялауҙы Рәсәйҙең дәүләт ҡарамағында булмаған вуздары (1994 й. нигеҙләнгән) һәм ссуздары (2000) ассоциациялары үтәй. Д.ҡ.б.у.й. студенты статусы акад. хоҡуҡтар һәм иректәр йәһәтенән, дәүләт стипендияһы алыу хоҡуғынан тыш, дәүләт уҡыу йорто студентының статусына тиңләштерелә. БР‑ҙа дәүләт ҡарамағында булмаған тәүге юғары уҡыу йорто — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы (1993 й. нигеҙләнгән); урта махсус уҡыу йорто — Күмертау иҡт. һәм хоҡуҡ техникумы (1992); дөйөм белем биреү учреждениеһы — “Альфа” мәктәбе (Өфө, 1993) була. 2010 й. юғары белем системаһында дәүләт ҡарамағында булмаған 4 үҙ аллы юғары уҡыу йорто (24,6 меңдән ашыу студент): Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., Коммерция һәм хоҡуҡ институты, Күмертау иҡт. һәм хоҡуҡ ин‑ты, Салауат гуманитар институты һәм 8 филиал: Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан соц. технологиялар ин‑ты, Мәскәү иҡтисади үҙгәртеүҙәр институты, Баш ҡала финанс-гуманитар академияһы (бөтәһе лә — Өфө), Белорет ҡ. Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты, Стәрлетамаҡ ҡ. Мәскәү психология-социология университеты, Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ. Хәҙерге гуманитар академияһы филиалдары иҫәпләнә; урта профессиональ белем системаһында — дәүләт ҡарамағында булмаған 16 урта махсус уҡыу йорто (10,8 меңдән ашыу уҡыусы): Башҡортостан муниц. идаралыҡ колледжы, Гуманитар, Ситтән тороп уҡыу педагогия, Сәнәғәт‑иҡт., Юридик, ӨДИСА эргәһендәге Сервис һ.б. колледждар, Башҡортостан соц.‑иҡт., Башҡортостан иҡт.‑технология, Башҡортостан иҡт.‑юридик, Информатизация, иҡтисад һәм сервис, Политехник, Эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ һ.б. техникумдар (бөтәһе лә — Өфө), Иҡт.‑юридик техникум (Иглин р‑ны Иглин а.), Октябрьский иҡт. техникумы һ.б.; урта белем системаһында — дәүләт ҡарамағында булмаған 5 дөйөм белем биреү учреждениеһы (700‑ҙән ашыу уҡыусы), ш. уҡ конфессиональ уҡыу йорттары (ҡара: Дини белем биреү).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019