Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЛАҠАТАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1

Просмотров: 928

ЯҢЫ БАЛАҠАТАЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Балаҡатай р‑нында урынлашҡан. 1876 й. башланғыс земство мәктәбе булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1998 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Апут, Атарша, Красный Пахарь, Ҡәҙер, Ураҡ аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, тамаша залы, райондың халыҡ мәғарифын үҫтереү музейы, 2 уҡыу оҫтаханаһы, компьютер, мед., стоматология, методика, тегеү эше б‑са кабинеттары, уҡытыу‑тәж. участкаһы, авто‑һәм а.х. машиналары, гаражы бар. 1946 й. алып мәктәпте 4,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2014). Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған уҡыуҙы тамамлаусылар Е.Л. Власовҡа, Р.Р.Минһажевҡа, А.С. Щукинға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (бөтәһе лә — 2006).

Э.А.Балтасов Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: