Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛИМПИАДАЛАР

Просмотров: 774

ОЛИМПИАДАЛАР, уҡыусыларҙың дөйөм белем биреү предметтары б‑са ярыштары. Талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау өсөн үткәрелә. Уҡыусыларға үҙ белемен тикшереү һәм баһалау мөмкинлеген бирә, уларҙы әүҙем уҡыу һәм ғилми эшкә ылыҡтырыуға юл аса. 2005 й. алып О. — “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектының бер йүнәлеше. О. (мәктәп, район, ҡала, респ., бөтә Рәсәй, халыҡ-ара) мәғариф органдары, Рәсәй мәғариф акад., РФА, төрлө юғары уҡыу йорттары тарафынан ғилми һәм ижт. ойошмалар ҡатнашлығында ойошторола. О. өсөн һорауҙар, методик тәҡдимдәр әҙерләүҙе һәм һөҙөмтәләрҙе анализлауҙы педагогтарҙан, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан, ғилми хеҙм‑рҙәрҙән торған предмет комиссиялары тормошҡа ашыра. О. еңеүселәре дипломдар м‑н бүләкләнә, ҡайһы бер юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә был диплом өҫтөнлөк бирә. Башҡортостанда 2013 й. Бөтә Рәсәй О. төбәк этабында 2869 уҡыусы ҡатнаша, 66 кеше еңеүсе, 506 кеше призёр була; йомғаҡлау этабында респ. 91 уҡыусыһы ҡатнашып, 6 алтын, 21 көмөш һәм бронза миҙал яулана. 2007 й. халыҡ-ара О. (Тайбэй ҡ., Ҡытай) Белорет компьютер мәктәбе уҡыусыһы Д.Лисицкий шәхси зачётта көмөш миҙалға лайыҡ була, 2013 й. биол. б-са халыҡ-ара О. (Берн, Швейцария) Нефтека‑ ма ҡ. 1‑се гимназияһы уҡыусыһы А.Мәҡсүтов көмөш миҙал м‑н бүләкләнә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: