Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 858

МУЛЛАҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡолсора а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 483 кеше; 1920 — 671; 1939 — 492; 1959 — 448; 1989 — 462; 2002 — 518; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет (19 б. 70‑се йй., архитектура ҡомартҡыһы) бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. үҙ ерҙәрендә Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Иҙрис а. (хәҙ. Үрге Иҙрис а.) башҡорттары нигеҙ һала. Улус старшинаһы Муллаҡай Ибраҡов исеме м‑н аталған. 1795 й. 45 йортта 282 кеше йәшәгән, 1866 й. 73 йортта — 382 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. шулай уҡ мәҙрәсә (ҡара: Муллаҡай мәҙрәсәһе), һыу тирмәне теркәлгән. Ауылда ерләнгән Ғ.Сәидиҙең ҡәбер ташы — монументаль сәнғәт ҡо‑ мартҡыһы. Аҫылғужа, С.Ә.Мөхәмәтйәнов, Ә.Ғ.Сәйетбатталов ошо ауылда тыуған. 

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019