Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы

Просмотров: 1251

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы (20.6.1949, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Муллаҡай а.), философ, педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Магнитогорск педагогия институтын тамамлаған (1979). 1971—74 йй. Баймаҡ районының Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 й. алып Сибай ҡ. мәктәп‑интернаты директоры, 1985 й. — Сибай ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге, 1986 й. — “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһының бүлек мөдире. 1990—99 йй. һәм 2005 й. башлап БДПУ‑ла, бер үк ваҡытта 2006 й. алып Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында һәм 2009 й. тиклем Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтында (Өфө ҡ.), 2007—09 йй. Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университетында эшләй. 1999—2005 йй. Өфө ҡ. 144‑се башҡ. гимназияһы уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре этнопедагогика, йәшәү менән үлем философияһы проблемаларына арналған.

  Х е ҙ м.: Многоликий образ смерти. Уфа, 1998; Практическая педагогика. Уфа, 2007 (авторҙ.); Строение мозга и способы работы над текстом. Уфа, 2012 (авторҙ.). 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные темы рубрикатора: