Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӘРХӘМӘТ”, йәмәғәт ойошмаһы

Просмотров: 1132

“МӘРХӘМӘТ”, Ө ф ө х ә й р и ә й ә м ғ и ә т е, йәмәғәт ойошмаһы. 1992 й. асыла. “Педагогтар — тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ өсөн” халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәтенең Координациялау советы ағзаһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге, “Мәжит Ғафури — 21 быуат” мәҙәниәт фонды, “Башҡортостан пионерҙары” йәмәғәт ойошмаһы, БР Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), БР халыҡтары ассамблеяһы, “Милләт һаулығы лигаһы” респ. хәйриә фонды, райондарҙың халыҡты соц. яҡлау идаралыҡтары, Өфө ҡ. ҡала округы хакимиәтенең Опека һәм попечителлек идаралығы, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Белорет, Красноусол, Салауат, Туймазы, Яңауыл ҡҡ., Баҡалы, Языков аа. филиалдары бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: етем балаларҙы, инвалидтарҙы, мохтажлыҡта йәшәгәндәрҙе, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе, улдарын локаль һуғыштарҙа юғалтҡан әсәләрҙе яҡлау һәм уларға финанс ярҙамы күрһәтеү һ.б. Балалар йорттарына һәм коррекция мәктәптәренә, Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгенә, Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. респ. клиник дауаханаһының гемодиализ бүлегенә хәйриә ярҙамы күрһәтә. “Изге ҡулдар”, “Ҡала — ауылға”, “Һәләтле балалар”, “Ҡараңғылыҡ аша яҡтылыҡ күрәм”, “Йөрәк йылыһы менән уртаҡлаш” һ.б. соц. һәм мәҙәни проекттарҙы алып бара, Рәсәй хәйриә ойошмаларының онкологик ауырыуға дусар булған балаларға ярҙам итеү б‑са берлектә “Тиндәрҙән — миллиард” милли проектында ҡатнаша. “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһы нәшер иткән “Весенний дождь” (“Ләйсән ямғыр”) респ. балалар гәзитен ойоштороусыларҙың береһе.

Л.М.Камаева-Ғафури

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: