Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘЗИФУЛЛИН Вил Лотфи улы

Просмотров: 876

НӘЗИФУЛЛИН Вил Лотфи улы (18.7.1950, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө а., хәҙер Дүртөйлө ҡ.), терапевт. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2007), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1976). 1977—79 йй. Өфө ҡ. 13‑сө дауаханаһында эшләй; 1982 й. алып БДМУ‑ла (1994—2020 йй. — терапия һәм кесе шәфҡәт туташы хеҙмәте кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙар, ш. иҫ. йөрәктең ишемия ауырыуы, панкреатит, хроник ҡурылдай‑үпкә ауырыуҙары, ваҡытында клиник иммунология һәм биохимия проблемаларына, хроник бронхит менән ауырыусыларҙы шифахана‑курорттарҙа иммунитетты тергеҙеү өсөн ҡымыҙ менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә, халыҡҡа беренсе медицина‑санитар ярҙамды камиллаштырыуға арналған. Н. ҡатнашлығында тишекле гастродуоденаль сей яраларҙы тегеп тоташтырыу ысулы эшләнгән.

  Х е ҙ м.: Циклоферон в комплексной терапии хронического панкреатита у пожилых. Уфа, 2008 (авторҙ.); Внутривенное лазерное облучение крови в комплексной терапии больных хронической обструктивной болезнью лёгких. Уфа, 2009; Бальнеотерапия и борьба с табакокурением в системе дифференцированной реабилитации и иммунореабилитации больных хроническим бронхитом. Уфа, 2018. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2023