НАРКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1
НАРКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт бюджет учреждениеһы. Наркомания, алкоголизм, токсикомания м‑н ауырығандарҙы һәм тәмәкенән йонсоғандарҙы дауалау һәм реабилитациялау б‑са төп махсуслаштырылған дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы һәм Башҡортостандың дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары өсөн наркология б‑са ойоштороу‑методик үҙәге иҫәпләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составында стационар (375 койкаға иҫәпләнгән 10 бүлексә) һәм поликлиника (көнөнә 474 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән 14 наркология кабинеты) бүлектәре, химик‑токсикологик, клиник-диагностик лаб., алкоголле һәм наркотик иҫереү торошон мед. тикшереүе б‑са 2 кабинет, Йоматау а. (Өфө р‑ны) 70 койкаға иҫәпләнгән һәм Яңы Черкассы ҡасабаһында (Өфө) 25 койкалыҡ амбулатор бүлек һәм мед.‑соц. реабилитация үҙәктәре бар. 2006 й. Н.д. составына Өфөҡала наркология диспансеры инә. 2013 й. 88 табип һәм 181 урта мед. хеҙм‑ре эшләй; 7,4 меңдән ашыу наркология профилле ауырыуға стационар ярҙам күрһәтелгән, 188 меңдән ашыу кеше ҡабул ителгән. 1984 й. респ. Н.д. булараҡ нигеҙһалына, 2006 й. алып — 1‑се респ. наркология диспансеры. Н.д. бинаһы элекке сауҙагәр А.В.Смоленцев йортонда урынлашҡан (Пушкин урамы, 119; 1913 й. төҙөлгән), архитектура ҡомартҡыһы.
И.Р.Байков
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина